

Йылға башы Күмертау ҡалаһы янында күмер ҡатламдарын тиртеп килеп сыға ла, Ырымбур далалары яғына юллана. Район биләмәһен буйлай, уға ҡушылдыҡтары Көйөргәҙе, Туғыҙтиер, Ҡараһыу, Ҡуяныш һәм башҡа йылғалар ҡушыла. Ошо йылғалар, бар районды һуғара. Гәзитебеҙ ҙә шулай. Алда ла уға уңыштар теләйбеҙ.
Эй Юшатыр, Юшатыр,
Көн дә шулай килә тор,
Көндә шулай көйләй тор,
Көндә шулай әрләй тор.
Ана килә матбуғатсы,
Аҫҡы урам Диләрә,
Йүгерә атлай ҡабаланып
Юшатырҙы килтерә.
Тәүе битен асыу менән,
Ҡала район хәлен,
Кем ҡайҙа барған, ниҙәр күргән,
Барыһын да беләбеҙ.
Күп эшләйһең, Юшатыр,
Халыҡ мәнфәғәтенә,
Һәр нәмәне белеп була,
Һинең күп биттәреңдән.
Әллә ҡайҙан ишетәһең,
Ҡайҙан белеп өлгөрәһең?
Кеше белмәй яңылығын,
Ҡала-район белә.
Минут һайын тарата,
Арыу белмәҫ Юшатыр!
Арыу белмә, ҡурҡыу белмә!
Һай, афарин Юшатыр,
Киләсәктә лә гел шулай,
Ҡаһармандай була күр!
Азат ХӘЛИЛОВ.