конкурстар
12 Ноябрь 2022, 07:02

Бәхетле бул беҙҙең менән

Беҙҙең йөрәккә яҡын кешебеҙ - әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Асия Биктимер ҡыҙы САТТАРОВА. 

Бәхетле бул беҙҙең менәнБәхетле бул беҙҙең менән
Бәхетле бул беҙҙең менән

76 йәшен тултырып, 3 бала тәрбиәләгән, 2 ейәнсәр, 4 ейәнен үҫтерешә. Алеге ваҡытта 5 бүләһен ҡараша.
Уңған, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле әсәйебеҙ ул. Йәштән үк бесән сабып, кәбән ҡойоп, сөгөлдәр баҫыуын иңләп, фермала һауынсы булып, көҙөн ырҙын табағында гөрләп эшләй.
Ул 18 йәшендә гена Саттаров Арслан Насретдин улы менән сәстәрен-сәскә бәйләп, донъя ҡора. 3 балаға ғүмер бүләк итеп, барыһына ла төплө белем биреп, оло тормош юлына сығаралар. Әлеге көндә балаларының һәр береһе тормошта үҙ юлдарын табып, ата-әсә булыу бәхетенә ирешеп, татыу донъя көтә.
Асия өләсәйебеҙ – алтын ҡуллы, изге күңелле, көслө рухлы, ярҙамсыл кеше. Уның әҙерләгән аштары, ихлас күңелдән бешергән икмәк-бәлештәре телеңде йоторлоҡ. Күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән ойоҡ-бейәләйҙәрен әле булһа ла рәхәтләнеп кейеп туҙҙырабыҙ.
Уның һәр саҡ ихлас көлөп-шаяртып һөйләшеүе күңелдәребеҙҙе күтәрә.
Өләсәйебеҙгә бәхетле тормош, һәр ваҡыт һау-сәләмәт булып, балаларынан, ейән-ейәнсәрҙәренән тик яҡшы хәбәрҙәр генә ишетеп тороуын теләйбеҙ. Өләсәй, оҙаҡ йәшә, беҙҙең менән бәхетле бул!

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас