конкурстар
13 Ноябрь 2022, 07:37

Барып ҡосаҡлап ҡайтам

Мин Алтынай, миңә 4 йәш.

Барып ҡосаҡлап ҡайтамБарып ҡосаҡлап ҡайтам
Барып ҡосаҡлап ҡайтам

Мин бик бай, минең ике өләсәйем, бер ҡәрсәйем бар. Өсөһө өс яҡта йәшәһә лә, ялдарыбыҙҙа бөтәһен дә барып күреп, ҡосаҡлап ҡайтам. Оло өләсәйемдең 20 ейән-ейәнсәре, 8 бүләләре бар, йәш өләсәйемдең дә, ҡәрсәйемдең дә 2 ейәнсәре һәм бер ейәне бар. Мин бик шат улар булғанға. Барыһын да яратам, хөрмәт итәм.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас