конкурстар
14 Ноябрь 2022, 09:52

Йөҙҙәре нурлы, көләс

Минең әсәйем Ғүмәрова Земфира Хәниф ҡыҙы.  

Йөҙҙәре нурлы, көләсЙөҙҙәре нурлы, көләс
Йөҙҙәре нурлы, көләс

Әсәкәйемдең әсәһе –
Өләсәй, өләсәйем, өләс.
Көлсәләре тел йоторлоҡ,
Йөҙҙәре нурлы, көләс.
Минең әсәйем Ғүмәрова Земфира Хәниф ҡыҙы. Өләсәйебеҙ йәш булһа ла, 1 ейәнсәре һәм 1 ейәне бар. Әсәйем “Алһыу” балалар баҡсаһында эшләй, эшен бик ярата. Кескәй балаларҙы ла ситтә ҡалдырмай, төрлө конкурстарға ҡатнаштыра, хатта Өфө ҡалаһына тиклем һә тигәнсә бара ла ҡайталар. Балалар ҙа әсәйемде бик яраталар. Ҡәҙерлебеҙҙең эшләмәгән эше юҡ, күҙҙәр генә тимәһен, бешергән аш-һыуҙары телде йоторлоҡ. Рәхмәт һиңә, әсәйем, өләсәйебеҙ! Эшеңдә уңыштар теләйбеҙ, һау-сәләмәт бул!
Ҡыҙы Илүзә, ейәнсәре Әмилә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас