

Яҡшымбәт ауылы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.
Атайыбыҙ Радик Уралбик улы менән сәстәрен сәскә бәйләп, 3 ҡыҙға ғүмер бирәләр.
Әмилә һәм Элина исемле ике ейәнсәрҙәре бар. Иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы кешебеҙ булғас, беҙ үҙебеҙ ҙә ҡанатлы һәм бәхетле. Ҡәҙерлебеҙ, күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, ә сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын.
Барыһы өсөн дә һиңә ҙур рәхмәт!