+4 °С
Облачно
Беҙ Ҡалта ауылында йәшәйбеҙ ҙә конкурс та ҡатнашырға теләйбеҙ. Минең өләсәйемдең исеме Фәриҙә, ул Төйлөгән районындағы Мәҡсүт ауылында йәшәй, өләсәйебеҙ алыҫта йәшәгәс, бик һағынабыҙ. Өләсәйебеҙҙең 4 ейәнсәре һәм 6 ейәне бар, ул, оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләп, әле хаҡлы ялда. Өләсәйебеҙ олатайыбыҙ менән оҙон ғүмерле булһындар, ауырымаһындар, ә беҙ йышыраҡ барып торорбоҙ.