Все новости
конкурстар
17 Ноября 2022, 15:07

Мең-мең рәхмәт

Минең әсәйем, өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ Абукаева Зөһрә Йәүҙәт ҡыҙы.

Мең-мең рәхмәт
Мең-мең рәхмәт

Ул 5 балаға ғүмер биргән 2 улы, 3 ҡыҙҙары бар һәм 9 ейәне, 2 ейәнсәре, 2 бүләһе, 1 бүләсәһе бар. Әсәйемә 67 йәш, 20 ноябрҙә уға 68 йәш була.
Рәхмәт, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Ҡыҙың Зөлфирә, ейәнсәрең Гүзәл, Иҫке Мораптал ауылы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: