Все новости
конкурстар
17 Ноября 2022, 15:39

Әсәйем - ҡәҙерлем! Өләсәйем - бәғерем!

Һәр аҙна тиерлек беҙ Яҡут ауылында йәшәгән өләсәйҙәребеҙгә ашҡынып ҡайтабыҙ! 

Әсәйем - ҡәҙерлем! Өләсәйем - бәғерем!
Әсәйем - ҡәҙерлем! Өләсәйем - бәғерем!

Беҙ ике туған балалары. Өләсәйҙәребеҙ беҙҙең ҡайтыуға тәмле-тәмле бәлештәр, ҡоймаҡтар, аҡ, ҡыҙыл шәкәрҙәр ҡайнатып, ашҡынып көтөп тора. Шифалы үләндәр һалып яһалған ҡара сәй өләсәйҙәр янында бик тәмле. Улар менән бик күңелле, төрлө әкиәттәр һөйләйҙәр, йомаҡтар сисәбеҙ. Беҙ өләсәйҙәребеҙҙе яҡынлашып килгән әсәйҙәр көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Фотола: Лилиә Мирасова, Булат Әбйәлилов, Эльза Әбйәлилова. Өләсәйҙәр - Гәүһәр Мирасова, Роза Әбйәлилова.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: