Все новости
конкурстар
23 Ноября 2022, 12:59

Бәхетегеҙ ҙур булһын

Сабыйҙарына әле ике генә йәш икән.

Бәхетегеҙ ҙур булһын
Бәхетегеҙ ҙур булһын
Бөгөн тәү башлап балалар баҡсаһына барған. Әсәһе, Юлиә, үҙҙәре отҡан бүләкте алырға кергәндә, бала машинала иҙрәп йоҡлап ята ине. 
"Өләсәй, әсәй мин" конкурсының еңеүселәре улар. Барыһы ла бергә - әсәһе лә, өләсәһе лә, сабый үҙе лә һәм атаһы ла, әлбиттә. 
Юлиә үҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһында балалар табыу йортонда акушер булып эшләй, әле декрет ялында. Азамат, ғаилә башлығы, Күмертауҙа эшләй. Өләсәйҙәре? Улар икәү, береһе Түкәндә, икенсеһе Тимербайҙа. Йәш ғаилә тиҙҙән фатир алырға тип самалап йөрөй. 
- Балағыҙ аталы, әсәле, өләсәйле булып үҫһен, - тип теләнек, - тиҙерәк фатирлы булырға яҙһын. Кухняһы ҙур булһын,- бәләкәй кухняла көн итеп яфаланған кеше булараҡ (берәү ашағанда, ҡалғандар сираты еткәнен көтөп тора), ошолай тип тә теләнек. 
Кухня ҙур, бәхетегеҙ тағы ла ҙурыраҡ булһын. Ҡотлайбыҙ!
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: