Все новости
конкурстар
8 Декабря 2022, 13:48

"Юшатыр"

Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы.  

"Юшатыр"
"Юшатыр"

Һәр йыл һайын алдырам,
Яратҡан гәзитем "Юшатыр"!
Уҡып барам ентекләп.
Хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр.

Яңылыҡтар, хәбәрҙәр,
Яҙыла һәр гәзиттә.
Иғландар, тыуған көндәр,
Уҡып була барыһын да.

Тәнҡитләүҙәр, уңыштар
Барыһы ҡабул ителә.
Алдашыуҙар, мутлашыуҙар,
Халыҡ хөкөмөнә бирелә.

Ауыл тормошо сағыла,
Ҡыуаныслы хәл түгел.
Күп ауылдар юҡҡа сыҡты,
Иҫкә алыу түгел еңел.

Юлдар насар, күпер боҙоҡ,
Яҙыр өсөн һүҙҙәр күп.
Ҡағыҙға ғына яҙып,
Булырмы икән төҙәтеп?

Халыҡ үҙе талап итһә,
Заманалар, бәлки, үҙгәрер.
Ауылдар ҡабат тергеҙелһә,
Бар кеше рәхмәт әйтер.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: