Все новости
конкурстар
23 Декабря 2022, 17:39

Бармаҡ тешләү

Был мәртәбәле конкурста райондан һәммәһе 11 ауыл ҡатнашты.

Бармаҡ тешләү
Бармаҡ тешләү

Береһенән-береһе матур 11 ауыл, ә халыҡтары тураһында әйтһәк, береһенән-береһе талантлы, эшһөйәр, уңған халыҡ.
Әллә нисә көндәр буйы ошо ауылдар буйлап сабылды, ҡайһыһы шәберәк, ҡайһыныһы беҙҙе республика кимәлендә күрһәтә, йөҙҙө ҡыҙартмай, "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша ала?
Баштар етерлек түгел, бармаҡтың ҡайһыныһын тешләһәң дә ауырта.
Бөгөн жюри кисләтеп кенә ошо һорауға яуап бирергә - бармаҡтарҙы тешләргә ултырҙы. Береһе Илкәнәй иң шәбе тип еңеште, икенсеһе Михайловка тип ҡарышты.... Ахырҙа, һөҙөмтә былай булды: республикаға Көйөргәҙе данын яҡларға, Кинйә-Абыҙ ауылы "Айыҡ ауыл" конкурсында артабан ҡатнашырға бара.
Уңыштар!

Ә тулыраҡ әйткәндә, һөҙөмтә былай: 

1 место - д. Кинья-Абыз Свободинский сельсовет
2 место - д. Илькинеево - Илькинеевский сельсовет
3 место - д. Павловка Кривле-Илюшинский сельсовет и д. Михайловка Зяк-Ишметовский сельсовет.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: