Все новости
конкурстар
6 Февраля 2023, 16:07

Фәнис Мәргән

- Был эш менән ниңә шөғөлләнергә булдың?

Фәнис Мәргән
Фәнис Мәргән

Уҡтан беҙ ҙә аттыҡ, атманыҡ түгел, тик ул саҡта беҙгә ун йәштәр самаһы ине. Йәйә тигәне талдан, уғы - ҡамыш таяғы. Америка индейцтарының нисек атышҡанын ҡарап (Чингачгук, Оцеола), ҡан ҡыҙа ла китә ине. Ә был....
Фәнис Рахманғоловты әйтәбеҙ. Ҡайҙа мәргәндәр ярышы - ул шунда. Бер үҙе генә лә йөрөмәй, бар ғаиләһе менән тиерлек сыға ла китә. Үҙенең файҙаһы өсөн (ләззәт алыр өсөн) йөрөмәй - Кинйә-Абыҙ "Айыҡ ауыл"да еңһен тип атышып йөрөүе.
Үткән аҙнала Күгәрсен районы Бикбулат ауылына барып ҡайттылар, бушҡа йөрөмәгәндәр, бишенсе урынды алдылар. Шәп һөҙөмтә был.
- Уҡтан атыуҙы яңы башлап торам, күберәге тәжрибә өсөн йөрөйөм ярыштарға, - тине Фәнис Мансур улы, нимәгә был шөғөлгә тотондом - ҡартайғанда тик ятмаҫ өсөн, үҙемә лә оҡшай, хобби шәп, файҙалы.

Беҙ нимә әйтә алабыҙ: эштең башы ғына, бик тиҙҙән беренселекте лә береһенә лә бирмәй атыша башларһығыҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: