Һәммәһе ун ике кеше ҡатнашты унда - ун ике ҡыҙҙар, әсәләр, хатта улдар ҙа булды. Саҡ ҡына һуңыраҡ өс призерҙы билдәләйәсәкбеҙ.
Нисек итеп еңеүсене табырға - баш етмәҫ мәсьәлә булды был, быныһы яҡшы, быныһы насар тип әйтергә нисек телең әйләнер - бөтәһе лә матурҙар, оҫталар. Ахырҙа, йәрәбә ярҙамында билдәләйек тигән ҡарарға килдек. Өс кеше - өс ғаилә еңеүсе буласаҡ, уларҙы яҙмыш үҙе һайлар, шуға үпкәләш-әрләш булмаҫ тибеҙ.