Все новости
конкурстар
8 Апреля 2023, 08:35

Китап яҙыу

Иң ауыры - балалар өсөн китап яҙыу, тиҙәр.

Китап яҙыу
Китап яҙыу
Ижади кеше булып, таланттың хаттин ашып торһа ла, әллә нисәмә томлыҡ эпопеялар  яҙа алһаң да, кескәйҙәр өсөн әҫәр яҙыуы ҡыйыныраҡ. Сөнки һин бала булып фекерләй белергә, уның эсенә инеп китеп, үҙең дә сабый хәлендә булырға тейешһең. Ә беҙҙең - ололарҙың - тормош йылғаһы буйлап йөҙөп барған арала, төрлө таш, ботаҡ һәм башҡаһына бәрелә-һуғыла торғас, күңелдәр ҡатҡан, фекерләү үҙгәргән. 
Кисә "Бәләкәй принц" конкурсында малайҙарға хөкөмдар булдыҡ. Был эш баяғы әйткән балалар өсөн китап яҙыуға бәрәбәр булды. Йәмғеһе биш малай сыҡты сәхнәгә: 

Арслан Ахмедов, Бахмут мәктәбе.
Егор Дорошенко, "Тополек" балалар баҡсаһы, Ермолаево,
Әмир Ниғмәтуллин, "Алһыу" балалар баҡсаһы, Яңы Мораптал 
Семён Кузнецов, "Колосок" балалар баҡсаһы, Ермолаево,
Кирилл Фёдоров, "Батыр" балалар баҡсаһы.

Биш малай тибеҙ, ә ниндәйҙәр улар! Беҙ, өлкәндәр ҙә әле,  халыҡ алдына сығып баҫтың иһә, ҡалтырай ҙа төшәбеҙ, былар тәтелдеген сыҡты, ҡыйыуҙар, талантлылар. 
...Беҙҙең бүләк Яңы Морапталға китте. 
Материал - киләһе һанда. 
Автор:
Читайте нас: