Бейемем, беҙҙең яҡта килендәр ҡәйнәгә шулай өндәшә, Күгәрсен районы Дауыт Ҡайып ауылында ғүмер итеүсе Ғәббәсова Зифа Дәүләтҡол ҡыҙы тураһында булыр һүҙем. Тирә йүндә минең бейемемде белгәндәр ошонда яҙылған һүҙҙәрҙе иҫбатлар- ер йөҙөндә иң яҡшы бейем- минең бейемем ул! Һоҡланам, хөрмәт итәм, үҙемә һәр яҡлап өлгө итеп ҡуям, уға оҡшарға тырышам, рәхмәтлемен. Бейемемдең шәхсән миңә күрһәткән изгелектәрен, йылы мөнәсәбәтен, бер бөртөк ҡыҙы менән мине, киленен тиң күреп, матди яҡтан да, рухи яҡтан беҙҙе үҫтереп, ярҙам итеп йәшәүен үҙем өсөн Хоҙайҙан бирелгән ҙур бүләк итеп ҡабул итәм. Оҙаҡ йылдар Күмертау ҡалаһында йәшәгәндән һуң, бейемем менән ҡайным,атай нигеҙен һыуытмай, туғандарына, балаларына, ейәнсәрҙәренә ҡайтып йөрөр ер булһын өсөн тырышып, Дауыт-Ҡайып ауылына ҡайтып үҙ көстәре менән өр яңы матур йорт һалып инделәр. Икеһе лә тырыш, уңған булғанға күрә бар эштәре лә уң сығып тора, доньялары алға бара. Баҫҡан ерҙәрендә гөлдәр үҫә тигән әйтем тап минең бейемем хаҡында ул. Доньяһы гөл кеүек матур, тәрбиәле, йәйен ҡышын сәскәгә күмелгән, зауыҡ менән биҙәлгән матур донъяны биҙәп йәшәй минең бейемем. Ул үҙе бер ваҡытта ла буш ултырмай, бәйләме ҡулынан төшмәй, бешергән аштары татлы була. Ихласлығы, йыйнаҡлығы менән арбайҙыр, моғайын, бейем менән ҡайным өйөнән ҡунаҡтар өҙөлмәй. Һәр килгән ҡунаҡҡа улар яҡты йөҙөн, тәмле ашын йәлләмәй.
Ҡайным менән бейем 2 бала үҫтереп ҙур тормош юлына сығарған, әлеге көндә улдары ла, ҡыҙҙары ла үҙ донъяларында үҙ аллы ғүмер итәләр, уңышлы эшләп йөрөйҙәр, һәр ваҡытта ла ата -әсәһенең хәйер фатихаһын, ярҙамын тойоп йәшәй улар. 5 ейәнсәргә өләсәй, олатай ҡайным менән бейем. Ейәнсәрҙәре өсөн улар тормош маяғы, яҡлаусы ла, һаҡлаусы ла.
Бейемем менән һәр саҡ һоҡланам, тап минең бәхетемә шундай бейем тура килеүенә шатмын, ғорурланам, рәхмәтлемен! Һаулыҡ, парлы оҙон ғүмер, бәрәкәтле тормош теләйем!
Лена Ғәббәсова, Күмертау ҡалаһы