Быйылғы лауреат “Искра” хужалығы һауынсыһы Гөлзифә Юлдашеваға тапшырылды.
- 35 йылдан артыҡ һауынсы булып эшләйем. Мораптал совхозында эш башлағайным, 2001 йылда "Искра" хужалығына күстем. Тормош иптәшем дә колхозда механизатор булып эшләй. Аллаға шөкөр, өс бала үҫтерҙек.
Хеҙмәтемде оло баһалағандары өсөн сикһеҙ шатмын. Бының өсөн етәксебеҙ Рәмил Ғиниәт улы Мостафинға, коллегаларыма ҙур рәхмәт, - ти Гөлзифә Миңлеғәле ҡыҙы.