Нәфсеһен тыя алмағаны өсөн Күмертау ҡала суды алдына хөкөмгә тағы бер түрәбеҙ баҫты. Ул - «Ойлтиммаш» фирмаһы директоры урынбаҫары. Подрядсы-компаниянан көслөк юлы менән 75 мең һум аҡса таптырғаны өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡаптырған уны.
2017 йылдың июлендә «МСС» фирмаһы хеҙмәткәрҙәре завод цехтары түбәләрен ремонтлай. Башҡарылған эштәргә акттар төҙөлөп, уға ҡул ҡуйҙыртырға тип, «МСС» етәкселәре фирма урынбаҫарына инә. Ә был тейешле документтарға ҡул ҡуймай ҙа ҡуя, 75 мең һум аҡса таптыра. Быларҙы йөрөтә лә йөрөтә. Ваҡытты шулай юрамал һуҙа. «МСС» директорының да башына тай типмәгән, ул ришүәт бирергә ризалашҡан кеше булып, был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына алдан хәбәр итә.
Ниһайәт, 75 мең һумды кеҫәмә һалдым, тип ҡулын һуҙған сағында ғына уны эләктерәләр.
Эш судҡа барып етә. Был түрә ғәйебен танымай маташа. Судья уны ғәйепле тип таба, һәм был аҡса таптырыусы урынбаҫар шартлы рәүештә биш йылға хөкөм ителә, уға 150 мең һум күләмендә штраф һалына, ике йыл буйы ойоштороу, административ-хужалыҡ вазифаларын биләү, йәғни түрә булыуҙан да ҡолаҡ ҡала.