Все новости
коррупция
26 Июля 2019, 13:42

Уңмаған ришүәтсе

Күмертау ҡалаһының «Локомотив» муниципаль унитар предприятиеһы директоры тепловозға капиталь ремонт эшләтеү өсөн электрон аукционда ҡатнашырға тип ғариза бирә. Барлыҡ башҡарыласаҡ эштәр 7 миллион һумға баһалана. Бер нисә аҙна үткәс, үҙен муниципаль предприятие вәкиле тип танытҡан кеше паровозды ремонтлаясаҡ компанияға, телефон аша шылтыратып, әгәр ремонт өсөн бүленгән аҡсаның 300 меңен күсерһәләр, конкурста еңеп сығасаҡтары хаҡында хәбәр итә. Был сумманы компания ремонт эштәрен башҡарып, түләү эштәре тамамланғандан һуң күсерергә тейеш була.

Компания директоры әлеге шарттар менән ризалаша, тик контрактта ҡаралған ике ай эсендә паровозды ремонтлап өлгөрә алмайҙар. Директор «Локомотив» предприятиеһына ремонт эштәрен оҙонайтыуҙы һорап мөрәжғәт итә. Тик 300 мең һумды тиҙерәк үҙ кеҫәһенә һалғыһы килгән «Локомотив» хужаһы башҡарылған эштәр тураһында ялған документ менән белешмәләргә ҡултамға ҡуйыуҙы талап итә. Әгәр быны үтәмәһәләр, уларҙы алда ҙур штрафтар, пенялар көтәсәк, тип ҡурҡыта. Подрядсы шул уҡ көндө ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйғас, ремонт эштәре өсөн аҡсаның бер өлөшөн ала һәм шуның 300 мең һумын аралашсы аша ришүәт таптырыусыға бирә.

Тик «Локомотив» предприятиеһы хужаһына был хәрәм аҡсаларҙы рәхәтләнеп тотоноу бәхете тәтемәй: уны хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре коррупция өсөн ҡулға ала. Был хәл бынан өс йыл элек, 2017 йылда, була.

Яңыраҡ Стәрлетамаҡ суды «Локомотив» предприятиеһының элекке директорын ришүәтселек менән шөғөлләнгәне өсөн 7 йылға иркенән мәхрүм итте. Ул ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында, йәғни төрмәлә ултырасаҡ. Уға хәҙер 3 йыл буйы власть органдарында эшләү тыйыла. Етмәһә, коррупция менән булышҡаны өсөн 3 миллион һум штраф түләргә тура киләсәк.
Читайте нас: