Все новости
коррупция
15 Ноября 2019, 11:30

Ваҡытында хәбәр итмәгән

Күмертау ҡалаһы прокуратураһы «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең коррупцияға ҡаршы закондарҙы үтәү эшмәкәрлеген тикшерҙе. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, 2016 йылдың август айында элек Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы МЧС-ында эшләгән хеҙмәткәр предприятиеға янғын хәүефһеҙлеге инженеры итеп эшкә алына.
Законға ярашлы, коррупция күренештәре һәм конфликттар булдырмау маҡсатында, предприятие 10 көн эсендә элекке дәүләт хеҙмәткәре менән хеҙмәт килешеү төҙөүе тураһында уның элекке эш урынына хәбәр итергә тейеш була. Әммә кампания был бурыстарын үтәмәй, һәм мәғлүмәт ебәрмәй. Ошо факт буйынса ҡала прокуратураһы юридик шәхескә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 19.29-сы статьяһы буйынса административ эш ҡуҙғата һәм һөҙөмтәлә 50 мең һум штраф һала.
Читайте нас: