Бөтә яңылыҡтар
коррупция
20 Ғинуар 2021, 17:00

Азатлыҡтан мәхрүм булмаҫ өсөн түләгән

Азатлығын юғалтмайым тип, ришүәтсе ҡылған коррупцион енәйәте өсөн 2,8 миллион һум күләмендәге штраф түләгән.#коррупция #ришүәт #аукцион #ремонт #новостиЮшатыр

Азатлығын юғалтмайым тип, ришүәтсе ҡылған коррупцион енәйәте өсөн 2,8 миллион һум күләмендәге штраф түләгән. Быға тиклем, Күмертауҙа йәшәүсе, муниципаль унитар предприятиеның директоры, ойошманың етәкселек итеү функцияһын үтәүсе, предприятиеның производство-хужалыҡ һәм финанс эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе ир, вазифалы кеше булараҡ, законһыҙ ҡылған эш өсөн ҡурҡытып, аралашсы аша ҙур күләмдәге ришүәт ала.
Заказ эшләүсе кеше, предприятиела капиталь ремонт буйынса ойошманың аукционда еңеүе тураһында ишетеп, килешеү төҙөү менән ҡыҙыҡһынған шәхестән 300 мең һум күләмендә аҡса таптыра башлай. Тейешле сумманы күсерһен өсөн вазифалы кеше фирма вәкиленә штраф санкциялары һәм ойошманы намыҫһыҙ етештереүселәр реестрына индереү менән янай. Репутацияһын һаҡлау һәм хеҙмәттәр күрһәтеүгә килешеү төҙөүгә хоҡуҡ алыу өсөн юридик шәхес енәйәткә барырға була. Аҙаҡ, ни ҡылғанын аңлағас, хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә була.
Ҡыҙыу эҙҙәр буйынса, коррупцион енәйәт ҡылған өсөн, вазифалы кеше, ҡулға алына һәм ғәҙел хөкөм ҡулына тапшырыла. Мәжбүри башҡарыу органы хеҙмәткәрҙәре эше һөҙөмтәһендә, 2,8 миллион һум күләмендәге штраф тулыһынса түләнелә.
Читайте нас