Үткән йома Молокан ауылы «Ынйыҡай» балалар баҡсаһы үҙенең юбилейын билдәләне.
Утыҙ йыл элек атай-әсәйҙәрҙең оло ярҙамсыһы, сабыйҙарының килеүен көтөп торған тәрбиәселәре булған балалар баҡсаһының асылыуы иң мөһим һәм ҡыуаныслы ваҡиға ине. Бөгөн инде күпме бала ошо мөғжизәле йорттоң тупһаһын аша үтеп, мәктәпте тамамлап, оло тормош юлына баҫты, үҙҙәре лә атай-әсәй булып өлгөрҙө. «Ул заманда «Золотой колос» колхозы кескәйҙәргә аҙыҡ-түлекте бушҡа бирә торғайны», - тип хәтерләй молокандар.
Балалар баҡсаһы залы атай-әсәйҙәр, тәрбиәселәр, саҡырылған ҡунаҡтар, ҡурсаҡ кеүек байрамса кейенгән балалар менән шығырым тулды. Унда район Советы депутаты Рәүеф Намаҙғолов, район мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә тәрбиә буйынса белгесе Ирина Кузьмина, Ермолаево ауыл советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Людмила Фәйзуллина, ра-йон ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Вера Фросина, Молокан ауылы старостаһы Альмира Йәнбирҙина, фельдшер Гөлназ Ҡолгилдина, китапханасы Лидия Дремина, 1986 йылда үҙенең ҡоласын киң йәйеп эш башлаған 1-се етәксе Татьяна Нестрогаева, элек эшләп киткән Зәлифә Әүхәҙиева килгәйне.
Улар барыһы ла «Ынйыҡай»ҙы юбилейы менән ҡотлап үҙ-ҙәренең бүләктәрен тапшыр-ҙылар. Шулай уҡ «Ынйыҡай»ҙың шатлығы менән уртаҡлашырға районыбыҙ балалар баҡсалары мөдирҙәре лә килде. Улар ҙа буш ҡул менән килмәгән.
Зауыҡ менән биҙәлгән ҙур залда балалар йырҙар йырланы, бейене, шиғырҙар һөй-ләне. «Ынйыҡай»ҙың элекке сығарылыш балалары, хәҙер инде Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбендә һәм ҡаланың 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында белем алыусы уҡыусылар ҙа ситтә ҡалманы. Улар кескәйҙәр менән бергә әкиәт сәхнәләштерҙе.
Әлеге ваҡытта 14 бала йөрөгән баҡсала батыр улдарҙы, уңған ҡыҙҙарҙы тәрбиәләүҙә бар белемен, йөрәк йылыһын, күңел наҙын биргән тәжрибәле дүрт хеҙмәткәр эшләй.
«Юбилейҙы үткәреүҙә һәр яҡлап ярҙам итеүсе үҙем-дең хеҙмәткәрҙәремә, ата-әсәләргә, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтемде еткерәм. Артабан да бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләргә яҙһын», - ти балалар баҡсаһы мөдире Гүзәл Рәмил ҡыҙы.
Атай-әсәйҙәр, килгән ҡу-наҡтар байрам кисәһенән бик ҡәнәғәт булды. Улар балалар баҡсаһы мөдире булып оҙаҡ йылдар эшләгән Гүзәл Әбдрәхимоваға, тәрбиәселәре Гөлминаз Ғәлиеваға, ашнаҡсы Гөлиә Ғәлиеваға, кесе тәрбиәсе Зоя Бикмөхәмәтоваға оло рәх-мәттәр әйттеләр һәм уларға ижади уңыштар, һаулыҡ, бәхет теләнеләр.