Все новости
Мәғариф
24 Ноября 2016, 02:04

БЕР КОМАНДАЛА

Татарстан Республикаһында, ике йыл элек, республика олимпиадаларын үткәреү...

Татарстан Республикаһында, ике йыл элек, республика олимпиадаларын үткәреү, һәләтле уҡыусыларҙы Бөтә Рәсәй олимпиадаһына әҙерләү һәм һөҙөмтәлелекте тәьмин итеү маҡсатында Республика олимпиада үҙәге асылғайны. Күптән түгел, Ҡазандағы ошо үҙәктә, уҡыусыларҙың 2015-2016 уҡыу йылындағы олимпиада йомғаҡтары буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтте.
Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән дә йыйылған сарала Күмертау ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс кластар мәктәбе директоры Әнисә Түләгәнова ла ҡатнашты. Бай программала пленар ултырыш, түңәрәк өҫтәлдәр, ҡыҙыҡлы бәхәстәр булды.
«Күптән инде күрше Татарстан Республикаһына барып, ундағы мәғариф менән танышҡым килә ине. Бына бит хыялым тормошҡа ашты. Коллегалар менән аралашыу — үҙе бер ҙур тәжрибә. Миңә Тыва Республикаһынан, Ҡырымдан, Киров, Владимир, Воронеж, Орел өлкәләренән килгән вәкилдәр менән һөйләшеү бәхете тейҙе.
Был үҙәктең барлыҡҡа килеүенә ике генә йыл булһа ла, әҙерлек электән барған. Шуға ла олимпиадаларға әҙерләнеү өсөн уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла ҙур тәжрибә майҙаны. Олимпиада хәрәкәте - мәктәптәрҙәге бөтә мәғарифты бер системаға һалыу өсөн кәрәк ул. Бында республика президенты ла, мәғариф министры ла, уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа бер командала. Барыһы ла бер урында тигән принципҡа таянып эшләй.
Кәңәшмәнең тәүге көнө Ривьерала һәм махсус үҙәктә барҙы. Икенсе көндө саралар уҡытыу учреждениеларында уҙғарылды. Мәржәни исемен йөрөткән 2-се татар гимназияһында ла булдым. Бындағы уҡытыусыларҙың һәр береһе ике-өс телде: рус, татар, инглиз телдәрен һыу кеүек эсә. Мин үҙем 6 мастер-класс ҡараным. Ниндәй генә дәрестәр үткәрмәһендәр, барыһы ла тик татар телендә генә уҡытыла. Мәҫәлән, хатта физика, биология, алгебра, химия дәрестәрендә лә уҡыусылар татар телендә шартлатып һөйләп торалар. Үҙәктә йәш көстәр эшләй, шулай ҙа тәжрибәләре ҙур. Улар араһында төрлө конкурстар, ярыштар ҙа йыш ойошторола.
Татар ҡәрҙәштәребеҙҙең һыбыҙғы тотоп, был ҡурай, тип йөрөүҙәре лә ҡыҙыҡ тойолдо. Беҙҙең милли ғорурлығыбыҙ булған ҡурайға етмәй инде уның көйө.
Дөйөмләштереп әйткәндә, аҡыллы, һау-сәләмәт киләсәк — ул милли идея. Уҡыусыларҙы ғына түгел, ә уларҙы үҫтергән уҡытыусыларҙы ла күтәрәләр бында. Уларҙың эште системаға дөрөҫ һалып эшләй белеүҙәре, бөтә проекттарының да миллилеккә бәйләнеүе аптыратты,” – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Әнисә Сәғит ҡыҙы.
Читайте нас: