Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Ноябрь 2016, 02:44

БЕР ЯБЫЛҒАС, КИРЕ АСЫЛЫРМЫ?

Ауылдарҙа мәктәп ябылыуы бөгөн ғәҙәти күренеш.

Ауылдарҙа мәктәп ябылыуы бөгөн ғәҙәти күренеш. Заманында күпме ауылдарҙа икешәр ҡатлы белем усаҡтары төҙөнөләр. Аҡса етмәй, экономия яһайбыҙ тип, шул мәктәптәрҙе ябып бөтөп баралар. Ҡайһыларында башланғыс кластар ғына уҡый. Беҙҙең ауыл балалары Көйөргәҙе төп белем биреү мәктәбенә йөрөп уҡыны. Былтыр оптимизация еле ҡағылып, уны бөтөнләй ябып ҡуйҙылар.
Быйыл һайлау алдынан депутатлыҡҡа кандидат Ләйсән Аҙнабаева йыйылышта халыҡ мәктәптә башланғыс кластарҙы булһа ла асыуҙы һорағас, мәсьәләне ыңғай хәл итергә вәғәҙә бирҙе. Өй беренсә йөрөгәнендә лә кешеләргә шул хаҡта белдергән. Һеҙҙең «Юшатыр» гәзитендә яңыраҡ райондағы иң күп сығымдар мәғарифҡа тотонола, барлыҡ сығымдарҙың 57 процентын тәшкил итә. Был һан үтә күп, кисекмәҫтән сығымдарҙы ҡыҫҡартығыҙ, тип финанстар министрлығының сығыш яһауы тураһында яҙғайнығыҙ. Шулай булғас, хәҙер инде депутат булған Ләйсән Аҙнабаева мәктәпте нисек астырыр? Ә уның йылытыу торбаларын киҫеп алып бөткәндәрен беләме икән? Шулай ҙа депутаттың һүҙе буш булмаҫ, мәктәп асылыр тигән өмөттәбеҙ.
Морат ИШМӨХӘМӘТОВ,
«Искра» хужалығының
3-сө бригада рәйесе
Хәсән СӘҒИТОВ,
ауыл советы депутаты, cтароста
Урта Бабалар ауылы

Ләйсән Хәсән ҡыҙы Аҙнабаева, мәғариф бүлегенең методик кабинет мөдире, район Советы депутаты:

– Һайлау алдынан Көйөргәҙелә йыйылышта халыҡ менән осрашҡанда ҡайһы берәүҙәр мәктәптә башланғыс кластарҙы асыуға наказ бирҙе. Мин «астырам» тигән вәғәҙә бирмәнем, ә Көйөргәҙе һәм Урта Бабалар ауылдарындағы демографияны, йәғни мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс кластар йәшендәге балаларҙың һанын иҫәпкә алып, шулай уҡ финансҡа ҡарап мәктәпте асыу-асмау мәсьәләһе хәл ителер, тип әйттем. Көйөргәҙегә йыйылышҡа икенсе тапҡыр барғанда йәштәр: «Беҙгә мәктәп кәрәкмәй», тип ҡысҡырҙылар. Депутат булып һайланғас, ҡулдан килгәнде эшләргә тырышам. Көйөргәҙелә ғаилә балалар баҡсаһы бар, унда 7 бала йөрөй. Минең булышлыҡ менән тағы 8 бала өҫтәлеп, икенсе төркөм асылды.

Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы Аҡһарова, Яҡшымбәт урта белем биреү мәктәбе директоры, район Советы депутаты:

– Көйөргәҙе мәктәбе 2013 йылда беҙҙең филиал булып ҡалды. 30 бала уҡый ине. Үҙҙәрендә 4 уҡытыусы эшләне. Ә химия, биология, тарих, география һәм инглиз теле предметтарын Яҡшымбәт мәктәбенән 3 уҡытыусы барып уҡытты.

Былтыр мәктәп ябылғанда уҡы-тыусыларҙың 2-әүһен үҙебеҙгә эшкә алдыҡ, хеҙмәт стажы тулған (выслуга) 2-әүһе эшһеҙ ҡалды. Мәктәпте тамамлаған 25 баланың 18-е беҙгә уҡырға килде.


Редакциянан: Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәптәр ябылыу ра-йон хакимиәтенә, урындағы мәғариф бүлегенә бәйле түгел. Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә дәүләт сығымдарын оптимизациялау сәйәсәте бара. Ауыл ерендә генә түгел, ҡала мәктәптәрендә лә уҡытыусылар һаны кәмене, мәктәптәр ябылды. Ҡыҫҡартыуҙар һаман да дауам итә. 2016 йылдың 1 ғинуарынан дөйөм белем биреү һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларына йән башына финанслау нормативы индерелде. Был РФ Президентының 2012 йылдың 7 майында ҡабул ителгән «Мәғариф һәм фән өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу саралары хаҡында»ғы Указына ярашлы башҡарыла.

Йән башына финанслау һәр уҡыған балаға аҡса бүленеүҙе аңлата. Тимәк, мәктәптә уҡыусылар күберәк булған һайын аҡса ла күберәк бүленә. Белем усаҡтарын ҡыҫҡартыуҙарҙың мәғәнәһе асыҡ: мәктәптәр өсөн — күберәк финанс алыу, бюджет өсөн — сығымдарҙы экономиялау.

Бындай алым, йәғни йән башына финанслау мәктәп коллективтарын һәйбәтерәк эшләргә, күберәк уҡыусылар йыйырға мәжбүр итәсәк һәм, шулай итеп, дәүләт белем биреү стандартын ғәмәлгә ашырыуҙа аҡса аҙыраҡ тотоноласаҡ, тип иҫәпләй.


Ошо көндәрҙә уҙғарылған бер конференцияла РФ мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева: «Оптимизация һөҙөмтәһендә дөйөм белем биреү системаһынан кадрҙар ҡыҫырыҡланып сыға бара. Хатта психологтар үҙҙәре ярҙамға мохтаж. Йән башына финанслау нормативы уларға ныҡ ҡағылды. Бер психологҡа 1,5-2 мең бала тура килә», - тигән һүҙҙәр әйтте.
Читайте нас: