Все новости
Мәғариф
29 Ноября 2016, 03:08

ГӨРЛӘШТЕЛӘР ГЕНӘ...

Үткән йома «Күмертау» сауҙа үҙәгендә Әсәләр көнөнә арналған «Әсә ҡаласығы» тигән сара үтте.

Үткән йома «Күмертау» сауҙа үҙәгендә Әсәләр көнөнә арналған «Әсә ҡаласығы» тигән сара үтте. Үҙәктең өс ҡаты ла гөрләп торҙо. Бында һәр әсә үҙен ҡыҙыҡһындырған шөғөл һәм һорау буйынса мәғлүмәт ала алды. Күп функциялы үҙәк, Мәшғүллек үҙәге, Рәсәй пенсия фонды, Мәғариф һәм башҡа бүлектәр консультациялар үткәрҙе. Шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы.
Был көндө әсәләр өсөн генә түгел, ә кескәйҙәр өсөн дә ойошторолған ҡаласыҡҡа 5 меңдән артыҡ кеше килде. 20-нән артыҡ майҙансыҡта балалар сығышы, конкурстар, йыр-бейеү, мода күрһәтеү һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та саралар булды. Кескәйҙәр профессиональ педагогтар ярҙамы менән уйын формаһында үҙҙәрен төрлө һөнәрҙәрҙә һынап ҡарау мөмкинлеге алды. Мастер-класс күрһәтеү майҙансығы ла ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡһындырҙы.
Шулай уҡ «Алекса» матурлыҡ салоны һәм «Этюд» студияһы профессионалдары теләүселәрҙең барыһына ла матурлыҡ бүләк итте. «Стимул» спорт майҙансығы фитнес-тренер клубын күрһәтте. «Арома» экспресс-бар балаларҙы һауыт-һаба биҙәү, «Лабиринт» кафеһы аш-һыу төшөнсәһе серҙәренә өйрәтте.
Читайте нас: