Кисә районыбыҙҙа «БР-ҙа математика үҫешендә уҡыу-уҡытыу мәсьәләләре концепцияһын тормошҡа ашырыуҙағы практик юл: проблемалар, тәжрибәләр, перспективалар» темаһына арналған республика практик семинары үтте. Унда Федоровка, Ейәнсура, Мәләүез, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондарынан һәм Күмертау ҡалаһынан 75-ләгән педагог ҡатнашты.
Сара Ермолаевоның 1-се, 2-се һанлы, Бахмут ауылы мәктәптәрендә һәм Ермолаеволағы 5-се һанлы «Башаҡҡай» балалар баҡсаһында математика буйынса төрлө темаларға асыҡ дәрестәр күрһәтеү менән башланды.
Семинарҙың пленар бүлегендә ҡатнашыусыларҙы хакимиәт башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова сәләмләне.
- Хөрмәтле, ҡунаҡтар! Һеҙҙе Көйөргәҙе ерендә күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Бөгөнгө семинар емешле үтте тип ныҡлы әйтергә була.
Әгәр бала математика фәнен ярата икән, ул башҡа предметтарҙан да яҡшы өлгәшәсәк. Беҙҙә лә үҙ фәнен төплө белгән, заманса технологиялар ҡулланып уҡытҡан уҡытыусылар эшләй һәм математиканы үҙ иткән уҡыусылар уҡый, - тине Люциә Тәлғәт ҡыҙы.
Артабан һүҙҙе район мәғариф бүлеге начальнигы Лира Тереғолова алды. Ул Көйөргәҙе районында математика үҫешенең уҡыу-уҡытыу мәсьәләләрендә концепцияны тормошҡа ашырыуҙағы пландар менән таныштырҙы. Шулай уҡ баланың тәбиғәттән бирелгән һәләтен ваҡытында күрә белеү һәм артабан уны үҫтереү мөһимлеген дә әйтте.
Сара математика дәрестәрендә PLICKERS программаһын ҡулланыу буйынса видеотрансляция ҡарау менән дауам итте. Уны Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия интернатының юғары категориялы математика уҡытыусыһы Илнур Зәйнетдинов күрһәтте.
Ҡунаҡтарға Ермолаевоның 1-се мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусылары Альбина Яруллина менән Елена Жогованың мастер-класс күрһәтеүҙәре лә ҡыҙыҡлы булды.
Семинар һуңында Өфөнән килгән физика- математика фәндәре кандидаты Владислав Ткачев үткән сараларға анализ яһаны.
Фәйез ҠОБАҒОШОВ, Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназия интернаты уҡытыусыһы:
- Ошондай кәңәшмәләрҙе йышыраҡ үткәргәндә яҡшыраҡ булыр ине. Был башҡаларҙың нисек эшләүен күреп, педагогик тәжрибәләр менән уртаҡлашыу, уны туплау, үҙеңдең эшеңә ярҙам алыу өсөн бик файҙалы. Әле лә башҡа район һәм ҡалаларҙан килгән коллегаларым менән таныштым, улар менән уҡытыу алымдары тураһында фекерләштек.
Зилә САФИНА, Ейәнсура районы:
- Миңә семинар бик оҡшаны. Күрһәтелгән асыҡ дәрестәрҙә, хатта кластарҙың биҙәлештәрен ҡарап та үҙем өсөн күп яңылыҡ алдым.
Ә инде: «Хәҙерге заманса технологиялар ниндәй мөмкинлектәр бирә?» тигән һорауығыҙға былай тип яуап бирер инем. Уҡыусыларҙың ситтән тороп төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булыуҙары, ваҡыт яғынан да отошлолоғо, ата-әсәләр өсөн электрон көндәлектәр булыуы ла бик уңайлы. Интернет-олимпиадаларҙа еңеп, ошо һөҙөмтәләре менән төрлө вуздарға инеп китеүселәр ҙә байтаҡ.