Ноябрҙең һуңғы көнөндә «1 декабрҙән аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларҙы мәктәптәрҙә бушлай ашатыу туҡтатыла», - тигән яҙыу был категорияға ингән һәр бер уҡыусының көндәлегендә урын алды. Былай ҙа ҡайҙан алып, ҡайҙа ҡуяйым, тигән ғаиләләргә тағы бер проблема өҫтәлеп, баштарына таяҡ менән һуғыуға бәрәбәр ине был хәбәр.
Аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә йәшәүсе уҡыусылар көнөнә бер тапҡыр булһа ла мәктәптәрендә йылы аш ашау мөмкинлегенә эйә ине. Хәҙер инде, алдан хәбәр ҙә итеп тормайынса, шуны ла бөтөрҙөләр.
Хәлде «Мәғариф идаралығы» директоры Марина Коротченко былай аңлатты:
Бөгөн был һорау менән бик күп ата-әсә шылтырата. Ҡала хакимиәтенең 2016 йылдың 29 ноябрендәге 1978-се һанлы ҡарары нигеҙендә 1 декабрҙән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларҙы мәктәптә бушлай туҡландырыуҙы туҡтатабыҙ. Был ҡарар ҡала бюджетында аҡса етерлек булмауы менән аңлатыла. Бюджеттың хәле үтә ҡатмарлы. Ошоға тик-лем булдыра алғансы, тырышып килдек. Шуны ла әйтергә кәрәк, ғаиләләргә бындай ярҙам күрһәтеү һәр ҡалала ла юҡ. Күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың туҡланыуы өсөн аҡса республика бюджетынан бүленә, шуға ла был категорияға ингәндәр бушлай ашауҙы дауам итәсәк. Шулай ҙа бик ныҡ ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләрҙең һәр береһенең хәлен ведомство-ара комиссия шәхсән рәүештә тикшергәс кенә, уларҙың ҡайһы берҙәренә ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ. Әлеге көндә беҙҙә ундай 60 ғаилә иҫәпләнә.