Все новости
Мәғариф
2 Декабря 2016, 03:47

ТӨШӨНКӨЛӨККӘ БИРЕЛМӘЙҘӘР

Кисә Бөтә донъя инвалидтар көнө сиктәрендә районыбыҙҙағы коррекцион интернат-мәктәптә «Тормош яҡшы булһын» тип аталған сара үтте.

Кисә Бөтә донъя инвалидтар көнө сиктәрендә районыбыҙҙағы коррекцион интернат-мәктәптә «Тормош яҡшы булһын» тип аталған сара үтте.
Бында белем алған уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән төрлө ҡул эштәренән, һынлы сәнғәт өлгөләренән торған күргәҙмә мәктәп фойеһында урынлашҡайны.
Байрамды ошо уҡыу йортоноң директоры Владимир Заболотный асты.
– Хәйерле көн балалар, ҡунаҡтар. Һеҙҙе бөгөнгө сара уңайынан ҡайнар ҡотлайым! Барығыҙға ла уңыштар теләйем.
Беҙҙә республикабыҙҙың 10 районы, 5 ҡалаһынан балалар белем ала һәм тәрбиәләнә. Улар ҙа беҙҙең кеүек үк төшөнкөлөккә бирелмәй, - тине Владимир Валентинович.
Артабан һүҙҙе район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова алды. Ул балаларға әүҙем тормош алып барырға, тормош юлында осраған ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, оптимистик ҡараш менән йәшәргә өндәне. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты, күп тапҡыр Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов кеүек тырыш булырға, ҡуйған маҡсаттарына ирешергә саҡырҙы.
Люциә Тәлғәт ҡыҙы районыбыҙҙың йәмәғәт һәм спорт эштәрендә әүҙем тормош алып барған инвалидтар йәмғиәте ағзаларына район хакимиәтенең Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Байрамда шулай уҡ инвалидтар йәмғиәте рәйесе Василий Булгаков та сығыш яһап, үҙенең изге теләктәрен еткерҙе.

Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ә иң мөһиме коррекцион интернат-мәктәптә тәрбиәләнгән уҡыусыларҙың һәр сығышы ихлас ҡабул ителде.
Читайте нас: