Все новости
Мәғариф
15 Декабря 2016, 16:02

АҠМУЛЛАНЫҢ АҠ ҒИЛЕМЕ

Республикабыҙҙың белем усаҡтарында мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған дәрестәр үтә.

Республикабыҙҙың белем усаҡтарында мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған дәрестәр үтә. Районыбыҙҙың коррекция интернат-мәктәбе лә был саранан ситтә ҡалманы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зинәтулла Ҡоҙайғолов тарафынан 10А класс уҡыусылары өсөн мәғрифәтсе шағирҙың ижадына, тормош юлына бағышлап асыҡ дәрес үткәрелде.

Малай һәм ҡыҙҙар үҙҙәре үк шағирҙың “Аҡыл”, “Нәсихәт” исемле шиғырҙарынан өҙөктәр уҡып ишеттерҙе.

Үткәрелгән сара уҡыусылар өсөн бик әһәмиәтле булды. Улар Мифтахетдин Аҡмулланың белемгә һәм яҡтылыҡҡа әйҙәүсе бөйөк шәхес икәненә инандылар, халҡына “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” тип өндәшеүе тураһында мәғлүмәт алдылар. Әҙиптең башҡорт халҡының ғына түгел, бик күп туғандаш халыҡтарҙың оло ихтирамына, ихлас һөйөүенә лайыҡ икәнлеге хаҡында ла белделәр. Уҡытыусы Зинәтулла Сәмиғулла улының:

– Аҡмулла исеме – мәңгелек. Уның шиғырҙары әһәмиәтен юғалтмай, беҙҙе әхлаҡи яҡтан тәрбиәләй, белемгә өндәй, тормошта сабыр, әҙәпле һәм аҡыллы булырға саҡыра, – тигән йомғаҡлау һүҙе уҡыусыларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.

Читайте нас: