Все новости
Мәғариф
16 Декабря 2016, 16:22

ИЗГЕ ЙОРТҠА — 60 ЙЫЛ

1956 йылда Маяҡ эшселәр ҡасабаһында асылған Балалар йорто 60 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

1956 йылда Маяҡ эшселәр ҡасабаһында асылған Балалар йорто 60 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо йылдар эсендә бында 4 етәксе алмашынған. Әлеге көндә бында 48 бала (былтыр 54 булған) тәрбиәләнә.

Гәзитебеҙҙең былтырғы һандарында яҙып үткәнебеҙсә, үткән йылды Ҡоролтай депутаты Андрей Макаров ярҙамында балалар йортона 5 200 000 һумлыҡ ремонт яһалды. Хәҙер бында тәрбиәләнеүселәрҙең бүлмәләре яҡты, барлыҡ мебелдәре яңы. Шулай ҙа ата-әсә йортон, һөйөүен һәм тәрбиәһен бер нимә лә алмаштыра алмай шул. Йыл һайын патронат ғаиләләрҙең балаларҙы үҙ тәрбиәһенә алыуы ҡыуаныслы, әлбиттә. Шулай итеп, былтырғы йылда 28, быйыл 20 баланы бындай ғаиләләр үҙ ҡанаттары аҫтына алған.

2000 йылдан алып учреждениены Светлана Ерофеева етәкләй. Юбилей айҡанлы, килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләп ул: «Был байрам ысынында ла ғаилә байрамы, сөнки бөгөн иң яҡын кешеләребеҙ — ҡала етәкселеге, беҙҙе шефлыҡҡа алған ойошма һәм предприятиелар хужалары, ветерандар һәм ҡасандыр беҙҙә тәрбиәләнеүселәр килде», - тине.

Ҡала башлығы Борис Беляев рәхмәт һүҙҙәрен еткергәс, Балалар йортоноң иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне. Балалар үҙ сиратында иҫ киткес театрлаштырылған тамаша менән ҡыуандырҙы.

Читайте нас: