Яҡшымбәт ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһында «Яратам мин илемде» тигән шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Ул Рәсәй Конституцияһы көнөнә арналды. Кескәйҙәр рус, башҡорт яҙыусыларының Тыуған ил, туған тел, дуҫлыҡ тураһындағы шиғырҙарын ятлап, тасуири итеп һөйләне.
Конкурста 2 йәштән алып 7 йәшкә тиклемге 20-гә яҡын бала ҡатнашты. Ба-һалама ағзалары Нурания Лоҡмановаға 1-се, Эльфина Аҡкилдинаға 2-се, Шамил Саттаровҡа 3-сө урынды бирергә тигән уртаҡ һығымтаға килде. Ә 2 йәшлек кенә Рәзинә Ялсығолова «Иң йәш ҡатнашыусы» номинацияһына эйә булды.