Все новости
Мәғариф
25 Августа 2017, 14:27

ИҘӘН ЙЫУҒЫС СЕПРӘК ТҮГЕЛБЕҘ»

Башҡорт теле, туған телдәр уҡытыу темаһына тағы бер әйләнеп ҡайтып, был юлы ҡала мәктәптәре хәле менән таныштырмаҡсы булғайныҡ. Әммә әле һаман да уҡыу пландары раҫланмаған булып сыҡты. Шуға күрә уҡытыусыларҙың һәм мәктәп етәкселәренең әлегә беҙгә әйтер һүҙҙәре юҡ тиерлек.

Башҡорт теле, туған телдәр уҡытыу темаһына тағы бер әйләнеп ҡайтып, был юлы ҡала мәктәптәре хәле менән таныштырмаҡсы булғайныҡ. Әммә әле һаман да уҡыу пландары раҫланмаған булып сыҡты. Шуға күрә уҡытыусыларҙың һәм мәктәп етәкселәренең әлегә беҙгә әйтер һүҙҙәре юҡ тиерлек.
Ҡала мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Гөлсинә Йосопова тарификация үткәс, уҡыу пландары раҫланғас ҡына барыһы ла билдәле буласағын хәбәр итте. Шулай ҙа үҙ фекерҙәрен белдереүселәр табылды.
Гөлбаныу ИСХАҠОВА, 6-сы мәктәп директоры:
- Өҫтә ултырғандар нимә уйлайҙыр, аптырайым. Иң тәүҙә улар ниндәйҙер уртаҡ фекергә килергә тейеш түгелме ни? Мәктәп директоры иҙән йыуғыс сепрәк түгел бит. Тыуҙырылған шарттар буйынса беҙ бер кем дә түгел килеп сығабыҙ. Уҡытырға әсбаптар булмайынса тороп уҡыу планы төҙөп булмай бит. Уҡыу планында фән бар, ә уҡытырға китабы юҡ... Был башҡорт теле, туған телдәргә генә ҡағылмай. Икенсе сит ил теле уҡытыуҙы ҡабул иттеләр. Әлеге лә баяғы дәреслек юҡ. Уҡытыусылар дәреслекһеҙ нисек уҡытырға тейеш? Туған тел уҡытыусыларын эшһеҙ ҡалдырмаҫҡа, тинеләр. Был хәлдән беҙ тағы ла нисек сығырға тейешбеҙ? Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыласаҡ, әлбиттә. Ә туған тел булараҡ өйрәнергә теләүселәр булмаһа? Башҡорт теле уҡытыусыһына география, математика йә башҡа фән уҡытырға ҡушайыҡмы? Етмәһә, беҙҙең ҡалала башҡорт телен тәрән өйрәнер өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Балаһы башҡорт телен яҡшы белһен тигән ата-әсәләр күбеһенсә 13-сө мәктәпте, 3-сө БРГИ-ны һәм РПЛИ-ны һайлай. Беҙ барлыҡ туған телдәрҙе, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ та уҡытырға ризабыҙ. Бер ниндәй законды ла боҙмайбыҙ. Ата-әсәләр туған телде уҡытырға теләк белдермәһәләр, нимә эшләргә һуң? Ҡайһы бер ата-әсәләр килә лә: «Туған телде үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ, белергә лә теләмәйбеҙ», - тип торалар. Дәреслек юҡ, тиһәк, ҡала хакимиәтенә яҙығыҙ, тиҙәр. Булмаған китапты, ҡала башлығы ҡайҙан алһын? Бына шулай бар һорауҙар яуапһыҙ ҡала әлегә.
Әнисә ТҮЛӘГӘНОВА, 13-сө башланғыс мәктәп директоры:
- Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса уҡыу планын төҙөгәндә 80/20 процент нисбәттәрен һаҡларға тейешбеҙ. Бында беҙгә бер сәғәт башҡорт теле һәм бер сәғәт әҙәби уҡыу бирелә. Әммә беҙ дәрестән тыш сәғәттәр менән элекке 5 сәғәтлек программаны ҡалдыра алдыҡ. Шулай уҡ 1 сәғәт тормош һабаҡтары ла уҡытыласаҡ мәктәбебеҙҙә. Быға тиклем нисек уҡығанбыҙ, быйылғы уҡыу йылында ла шулай уҡыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Уҡыу процесын сифатлы итеп планлаштырып, яңы методик алымдар ҡулланып эшләйәсәкбеҙ артабан да.
Читайте нас: