Все новости
Мәғариф
25 Августа 2017, 14:40

РЕСПУБЛИКА БУЙЫНСА НАСАР ТҮГЕЛ

Кисә районда мәғариф буйынса август кәңәшмәһе уҙҙы.

Кисә районда мәғариф буйынса август кәңәшмәһе уҙҙы.
Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов, БР финанс министры урынбаҫары Азамат Рәмил улы Абдюков, БР Мәғариф министрлығының баш белгес-эксперты Любовь Ивановна Еремеева, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Люциә Тәлғәт ҡыҙы Хәмитова, мәғариф бүлеге начальнигы Лира Рафаил ҡыҙы Тереғолова һәм башҡалар ҡатнашты.
Кәңәшмә Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовтың сәләмләү һүҙе менән башланды.
-Хөрмәтле ҡунаҡтар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, ветерандар! Барығыҙҙы ла август кәңәшмәһе һәм яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым!
2016 йылда мәғариф өлкәһенә бюджеттан 302 млн. 484 мең һум сығым бүленде. Был сумма райондың барлыҡ сығымының 51,7 проценты. Быйыл 7 ай эсендә мәғариф өлкәһенә бүленгән сығымдар 57,4 процент тәшкил итте. Һуңғы 5 йыл эсендә районда мәғарифкә 1 млрд. 255 млн. һум йүнәлтелде.
2017 йылда уҡыу йорттарына капиталь һәм ағымдағы ремонт, ҡышҡа әҙерлек, китаптар, уҡыу әсбаптары, уйынсыҡтар алыу өсөн республика һәм федераль бюджеттан 6,7 млн һум бүленде. Павловка, Абдул мәктәптәренең спортзалдарына капиталь ремонт яһалды. Ошо уҡ маҡсаттарға район бюджетынан 6 млн һум бүлдек. Бөгөнгө көндә райондың белем биреү усаҡтарында 255 уҡытыусы эшләй, уларҙың 223-ө юғары белемле. Педагогтарҙың уртаса йәше - 45 йәш, 11 проценты пенсия йәшендәгеләр булыуы беҙҙе хафаға һала. Тимәк, йәш белгестәр мәктәптәргә эшкә ҡайтмай.
Быйыл сығарылыш уҡыусыларыбыҙҙың 111-е лә ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алды. Был, әлбиттә, беҙҙе ҡыуандыра. Уҡыусыларыбыҙҙың 68 проценты юғары уҡыу йорттарының бюджет бүлегенә уҡырға инде.
Районыбыҙҙа, туған тел булараҡ рус, башҡорт, татар һәм сыуаш телдәре уҡытыла”, - тине Әхәт Йәүҙәт улы.
Артабан Рәмил Абдюков республика буйынса мәғариф өлкәһендәге уңыштарға туҡталды, проблемалар хаҡында һөйләп үтте. Ул республика буйынса Көйөргәҙе районының хәлдәре насар булмауын да һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Лира Тереғолова үҙ сығышында районда дөйөм белем биреү системаһында 12 урта мәктәп, 1 гимназия һәм 4 төп мәктәп булыуы хаҡында әйтте. Шулай уҡ уҡыусылар һаны кәмеүе, уларҙың ҡалаға уҡырға китеүҙәренә лә әсенде.
Ермолаеволағы 1-се һанлы мәктәптең ата-әсәләр комитеты ағзаһы Рәмилә Әхмәтова республикала үткән август кәңәшмәһендәге тәьҫораттары менән бүлеште. Ул һәр саҡ уҡытыусылар менән бергә эшләйәсәктәрен әйтте.
Кәңәшмә барышында яҙма рәүештә тапшырылған һорауҙарға ла яуап бирелде. Шулай уҡ сарала мәғариф өлкәһендә хеҙмәт итеүсе иң-иңдәр Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.


Читайте нас: