Все новости
Мәғариф
31 Августа 2017, 17:19

ТӘҮГЕ ҠЫҢҒЫРАУ СЫҢЫ

Белем көнө – ул сәскәләр һәм аҡ таҫмалар байрамы.

Белем көнө – ул сәскәләр һәм аҡ таҫмалар байрамы.
1 сентябрҙе һәр беребеҙ тулҡынланып ҡаршы ала: беренсе тапҡыр 1-се класҡа барыусы ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа, өлкән синыф уҡыусылары ла, ата-әсәләр ҙә. Улар барыһы ла, ҡулдарына сәскәләр тотоп, уҡыу йортона ашыға. Район буйынса быйыл 1-се класҡа 252 уҡыусы барасаҡ. Былтыр уларҙың һаны 273 ине. Ҡала буйынса быйыл 1-се класҡа 1-се тапҡыр 752 ҡыҙ һәм малай барһа, былтыр улар һаны 834 булған. Тәүге ҡыңғырау сыңы байрамы яҡшы, әлбиттә, тик беренсегә барыусы балалар һаны кәмеүе генә күңелде ҡыра.

Айгөл ХАЛИҠОВА

Фото гимназия архивынан

Читайте нас: