Все новости
Мәғариф
5 Сентября 2017, 16:52

«БАРЫҺЫ ЛА РЕАЛЬ ЯРҘАМ»

Үткән аҙнала, 1 сентябрҙә, бер түгел ике ҙур байрам билдәләнде. Уларҙың тәүгеһе мосолмандар өсөн изге байрам — Ҡорбан ғәйете, икенсеһе — ата-әсәйҙәр, уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың көтөп алған, яратҡан байрамдары — Белем көнө. Быйылғы байрам тантаналарында районда ла, ҡала ла РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров ҡатнашты.

Үткән аҙнала, 1 сентябрҙә, бер түгел ике ҙур байрам билдәләнде. Уларҙың тәүгеһе мосолмандар өсөн изге байрам — Ҡорбан ғәйете, икенсеһе — ата-әсәйҙәр, уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың көтөп алған, яратҡан байрамдары — Белем көнө. Быйылғы байрам тантаналарында районда ла, ҡала ла РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров ҡатнашты.


Балаларҙы уҡырға әҙерләүҙең бик ҡыйбатҡа төшкәнен ата-әсәләрҙең барыһы ла тиерлек белә. Быны Зариф Закир улы ла онотмай һәм ҡаланың мәғариф идаралығында Күмертауҙа йәшәгән 5 балалы яңғыҙ әсә — Румия Рәхимованың ғаиләһенең ауыр хәле тураһында ишеткәс, мәктәп кәрәк-яраҡтары алып, уларҙы бүләккә алып килә. «Әсә кешенең шатлыҡтан күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡты. Балалар ҙа ныҡ ҡыуанды һәм «5» билдәләренә генә уҡырға һүҙ бирҙе», - ти депутат.

Зариф Байғусҡаров ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Хәйҙәр Ғайсин, «ЮжУралОйл» генераль директоры Зиннур Исхаҡов менән берлектә ҡаланың 1-се, 10-сы һәм 13-сө мәктәптәрендәге байрам тантаналарында ҡатнашты. 10-сы мәктәптең кадет класы өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһы буйынса 585 мең һум аҡсаға яңы плац төҙөлгән. 1-се гимназияла партияның «Хәүефһеҙ юлдар» программаһы сиктәрендә йәй эсендә балалар автоҡаласығы төҙөп ҡуйылған. «Мәктәптәр өсөн быларҙың барыһы ла реаль ярҙам. 13-сө мәктәптең 1-се класына быйыл 50 уҡыусы килгән! Бындағы балаларҙың белем кимәле юғары. Улар өсөн барлыҡ яҡшы шарттар тыуҙырылыуы ҡыуаныслы», - тип билдәләй Зариф Закир улы.

Алдан яҙып үткәнебеҙсә, Зариф Байғусҡаров байрамға тиклем райондың Абдул, Павловка мәктәптәрендә булғайны. Абдулда яңы фельдшер-акушер пункты асыуҙа ҡатнашҡайны.

1 сентябрь көнө депутат район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, мәғариф бүлеге начальнигы Лира Тереғолова менән Ермолаевоның 1-се мәктәбендә быйыл ғына асылған кадет класы менән дә танышып сығырға өлгөрҙө. Шулай уҡ «Рамаҙан» мәсетендәге Ҡорбан байрамында ла ҡатнашты (Был турала гәзиттең эске биттәрендә уҡырһығыҙ).
Читайте нас: