Все новости
Мәғариф
12 Сентября 2017, 14:26

БЕРЕНСЕЛӘР ИКЕНСЕ

5-8 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы хәрби-патриотик клубтарының Фестивале уҙҙы. Унда Күмертауҙан «Гефест» клубы тәрбиәләнеүселәре — Н.Т. Антошкин исемендәге 1-се гимназия уҡыусылары ҡатнашты.

Бик үк еңелдән булмаған конкурс турҙарын беҙҙекеләр яҡшы үтеп, 15 команда араһында, еңеүселәрҙән саҡ ҡына ҡалышып, 2-се урын яулауға өлгәште. Сара барышында йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар хәрби техника менән танышырға, хәрби автоматтарҙа атып ҡарарға ла өлгөрҙө. Башҡортостан эҙләнеүселәре менән осрашып, уларҙың төрлө ҡыҙыҡлы табыштарын күреү бәхете лә тәтене уларға.

11 сентябрҙән 16-һына тиклем Ырымбурҙа үтәсәк «Волга буйы зарницаһы» финал уйындарында 1-се гимназия уҡытыусыһы В.В. Коктев етәкләгән был «Виктория» командаһы Башҡортостан республикаһы һәм Күмертау исеменән сығыш яһаясаҡ. Иң көслө 14 команданан торған 200-ҙән ашыу ҡатнашыусы араһында улар бер нисә көн буйы үҙ көстәрен һанаясаҡ. Был ярыштан да «Виктория»лар еңеү алып ҡайтыуҙарына ышаныс ҙур.

Фото ҡала хакимиәте сайтынан

Читайте нас: