Все новости
Мәғариф
3 Октября 2017, 19:38

КҮҢЕЛДӘРЕ МӘҢГЕ ЙӘШ!

Халыҡ-ара ололар көнө һәм етеп килгән Уҡытыусылар көнө уңайынан Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһында оло байрам үтте.

Халыҡ-ара ололар көнө һәм етеп килгән Уҡытыусылар көнө уңайынан Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһында оло байрам үтте.

Байрам алдынан гимназия тимурсылары ветерандарға, хаҡлы ялдағы уҡытыусыларға һәр ваҡыттағыса ярҙам итте. Шулай уҡ уҡыусылар үҙҙәренең ҡулдары менән байрам открыткалары эшләп, хаҡлы ялда булған уҡытыусыларҙы һәм башҡа хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотланы.

Ауыл советы хакимиәте гимназия хеҙмәткәрҙәре менән берлектә матур байрам концерты һәм сәй эсеү ойошторҙо. Ветерандар, уҡытыусылар алдында уҡыусылар, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре йәмле концерт программаһы менән сығыш яһаны. Уларҙың һәр бер сығышы уҡытыусылар һәм оло йәштәгеләр өсөн рәхмәт һүҙҙәре булып яңғыраны.

Байрамда тантаналы рәүештә Яңы Таймаҫ һәм Таймаҫ ауылының оло йәштәге юбилярҙары һәм 50, 60 йыл бергә ғүмер иткән бәхетле парҙарға бүләк тапшырылды. 80 йәшлек юбилейын билдәләүселәр араһында РФ-ның мәғариф отличнигы Тәнзилә Фәйзрахман ҡыҙы Хәбиева ла бар ине. 80 йәшен туйлаған ауыл хужалығының атҡаҙанған хҙмәткәре Йәүҙәт Әбүбәкер улы Сакаев тормош иптәше Лена Саҙрый ҡыҙы менән 60 йыл бергә ғүмер итә. «Таймаҫ» совхозының иң яҡшы һауынсыларының береһе Фәрихә Сәлим ҡыҙы Солтангәрәева, ғүмере буйы ауылда фельдшер булып эшләгән хеҙмәт ветераны Нәйлә Иҙрис ҡыҙы Шәһиҙуллина һәм Ғәшүрә Ергиз ҡыҙы Бикмөхәмәтова, Гөлләрә Ибраһим ҡыҙы Туҡтарова, Абдрахман Ҡадир улы Ишморатов, Антонида Григорьевна Белик, Василий Егорович Соломко 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Уларҙың барыһын да ҡотлап, бүләктәр тапшырҙыҡ.

Шулай уҡ 50 йыл бергә йәшәгән Әкрәм һәм Хәфиә Ишмөхәмәтовтар, Юнир һәм Мәрфүғә Мәһәҙиевтар, 60 йыл бергә ғүмер иткән Хәсән һәм Зөбәржәт Бикмөхәмәтовтарға ла ҡотлау һүҙҙәре һәм бүләктәр яуҙы.

Байрам тантанаһында ветерандарыбыҙ ҙа үҙҙәренең таланттарын күрһәтте: йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне. Ә байрам һуңында барыһы ла дәртле баян моңдарына ҡушылып бейене.

Люциә ӘЛМӨХӘМӘТОВА,
Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһының тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары

Читайте нас: