Все новости
Мәғариф
3 Октября 2017, 19:28

ЙӨРӘГЕН БАЛАЛАРҒА БИРЕҮСЕЛӘР

Ярты быуатҡа яҡын балалар һәм уҡытыусылар менән эшләгәндә миңә төрлө яҙмышлы, төрлө холоҡло кешеләр менән осрашырға тура килде. Йылдар үткән һайын ошондай изге күңелле, ҙур караптың командирҙары, кеше рухының инженерҙары — уҡытыусыларҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эшенә, тырышлығына сикһеҙ һоҡланыуым арта ғына бара, һәм улар алдында баш эйәм.

Ҡалабыҙҙа ғына түгел, бөтә тирә-яҡҡа нур һибеп, балҡып торған республика кимәлендәге 3-сө БРГИ уҡытыусылары хаҡында ҙур ғорурлыҡ менән телгә алмау мөмкин түгел. “Тәртип ишек төбөнән башлана”, - тигән боронғолар һүҙендәй, бында тупһанан башлап матурлыҡ, тәртип, таҙалыҡ үҙенә тартып тора. Иң мөһиме – балалар ҙа, ололар ҙа шундай ябайҙар, яғымлылар, һәр береһе башҡортса һаулыҡ һорашып, әйҙүкләп торалар, иншалла!

Бына ҡайҙа үҫәләр беҙҙең милли кадрҙар! Шулай булғас, телебеҙ бөтә, тип ҡайғырырға түгел, Аллаға шөкөр!

Илһам улыбыҙ ете йыл буйына ошо уҡыу йортонда белем алған саҡта, ата-әсәләр комитетында эшләү осоронда, миңә мәктәп эше менән яҡындан танышырға тура килде. Етмәһә, улыбыҙҙы тәрбиләгәндә беҙҙең ғаиләгә Аллаһ төрлө һынауҙар ҙә бирҙе, ергә ятып иларлыҡ саҡтар әҙ булманы. Әгәр эргәлә һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙып, баланың насар ҡылыҡтары булғанда ла, бер ваҡытта ла сүпте өйҙән сығармай, атай-әсәйҙәрсә сабыр ғына өйрәтеп, аҡыллы кәңәштәрен биреп тороусы гимназия директоры Фәһим Фәрғәт улы Боҫҡанов, класс етәксебеҙ Гөлнара Ғариф ҡыҙы, психолог Дания Ирғәли ҡыҙы, ҡаланың опека етәксеһе Лариса Николаевна һәм башҡалар булмағанда, беҙ генә Илһамды дөрөҫ юлға баҫтыра алмаҫ инек. Аллаға шөкөр, улыбыҙ хәҙер туғыҙынсы синыфты «4» һәм «5» билдәләренә тамамлап, Ағиҙел ҡалаһында колледжда уңышлы уҡып йөрөй. Ул гимназия, уҡытыусылар тураһында һәр ваҡыт ҙур хөрмәт менән иҫкә ала.

Нурия ХӘЛИЛОВА
Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: