Все новости
Мәғариф
24 Ноября 2017, 14:39

СЕРЛЕ ЙОҘАҠТАРҒА АСҠЫС

Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда, мин күп кенә һорауҙарға яуап таба алмай инем. Бигерәк тә, беҙҙең телебеҙ һәм милләтебеҙ тураһындағы һорауҙар минең өсөн сер булды

Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда, мин күп кенә һорауҙарға яуап таба алмай инем. Бигерәк тә, беҙҙең телебеҙ һәм милләтебеҙ тураһындағы һорауҙар минең өсөн сер булды. Бишенсе синыфҡа күскәс, беҙҙе татар теле һәм әҙәбиәтенән Эльфира Кәрим ҡыҙы Вәлиева уҡыта башланы. Беренсе көндән үк ул үҙенең яғымлы тауышы, һөйкөмлө ҡарашы менән минең кес кенә күңелемде яулап алды. Туған телдә матур итеп һөйләшеүе, үҙ фәнен яратыуы, талапсан булыуы уҡытыусыға ҡарата миндә ихтирам хисе уятты. Ул ҡушҡан эштәрҙең барыһын да теүәл үтәргә тырыштым, тәҡдим иткән әҫәрҙәрен ҡыҙыҡһынып уҡыным. Эльфира Кәрим ҡыҙы туған телебеҙҙең серҙәрен мауыҡтырғыс итеп асып бирә белгәнгә, ҡатмарлы темаларҙы ла еңел үҙләштерә башланым. Һәр дәрестә үҙемде серле йоҙаҡтарға асҡыс тапҡан кешеләй хис иттем.

Хәҙер инде мин 11-се синыфта уҡыйым. Туған телемде аңлап, барлыҡ нескәлектәрен тойоп, ҙур теләк менән үҙләштерәм, уны бөтөн йәнем менән яратам. Эльфира Кәрим ҡыҙы әҙерләп үткәргән дәрестәр, кисәләр, конкурстар бик ҡыҙыҡлы була. Уҡытыусыбыҙ беҙҙе сәнғәтле уҡыу, әкиәт, шиғыр, инша, мәҡәлә яҙыу серҙәренә өйрәтә. Туған телебеҙҙең матурлығына, моңло икәненә һоҡланабыҙ; уның бөйөклөгөнә инанабыҙ; иң төҙөк, иң камил телдәрҙең береһе булыуына төшөнәбеҙ. Ижад емештәребеҙ менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайбыҙ. Уларҙы район һәм республика баҫмаларында ла күреп шатланабыҙ. Уҡытыусыбыҙҙың тырышлығы менән уҡыусыларҙың әҫәрҙәре тупланған кес кенә китап та баҫтыра алдыҡ. Был беҙҙең өсөн бик ҙур ваҡиға булды. Уны донъяға сығарыуҙа Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәп ижад итүсе яҡташ яҙыусыбыҙ Рәкит ағай Әбделмәнов ярҙам итте. Ул йыйынтыҡ «Урғып аға Юшатыр» тип атала. Үҙемдең әҫәрем баҫылған китапты ҡулыма алған мәлдә кисергән хистәремде һүҙ менән әйтеп аңлатырға ла мөмкин түгел. Мин бик шатландым. Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуға ла ярҙам итә бит был китап. Киләсәк быуындар өсөн дә файҙалы эш башҡарабыҙ түгелме һуң беҙ? Уҡытыусыбыҙға шуның өсөн дә бик рәхмәтлемен.

Күптән түгел Эльфира Кәрим ҡыҙы белем биреү өлкәһендә, балалар һәм йәш үҫмерҙәрҙе тәрбиәләүҙә ирешкән уңыштары һәм тырыш хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Был бүләккә уҡытыусыбыҙ, ысынлап та, лайыҡ. Ул балаларҙа әсә телен өйрәнеүгә теләк, ынтылыш уята алыусы, төплө белем биреүсе алдынғы ҡарашлы уҡытыусы ла, үҙенең тыуған ерен өҙөлөп яратыусы, халҡыбыҙҙың киләсәген ҡайғыртыусы оло йөрәкле кеше лә. Кескенә ҡыҙҙың күңеленә асҡыс табып, тел тигән даръяның киңлектәрен аса алғаны өсөн, диңгеҙҙә аҙашҡан карабтарға юл күрһәтеүсе маяҡ менән тиңләйем уны.

Алһыу НАФИҠОВА,
Яңы Мораптал ауылы
Б. Бикбай исемендәге дөйөм белем биреү мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы

Читайте нас: