Все новости
Мәғариф
28 Ноября 2017, 14:33

ҮҘҘӘРЕН АСТЫЛАР

Республика полтитехник лицей-интернатында башҡорт халҡының йола уйындары менән таныштырыу маҡсатында фольклор байрамы уҙғарылды. Унда 5-9-сы кластар тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Республика полтитехник лицей-интернатында башҡорт халҡының йола уйындары менән таныштырыу маҡсатында фольклор байрамы уҙғарылды. Унда 5-9-сы кластар тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Балалар боронғо халыҡ уйындары үрнәктәрен тәҡдим итте. Бына бит ысын фольклор! Үҙҙәренең йола уйындары аша балалар йырланы ла, бейене лә, таҡмаҡ та әйтте. Хатта ҡыйыулыҡҡа өйрәнеүҙә лә тәрбиә сараларын аса халыҡ уйындары. Бәлки, арала йомолоп йөрөгән балалар ҙа барҙыр. Улар ошо сара менән үҙҙәрен асты, һәләттәрен күрһәтте.

Иң кесе йәштәге балалар беҙҙә – 5-се кластар. Улар башҡорт халыҡ йола уйыны «Әйтсе, әле...»не башҡарҙы. Был уйын, ысынлап та, 10 йәшлек балалар өсөн тәғәйенләнгән. Шул хәтлем ихлас сығыш яһанылар. Беҙ гел генә, балалар һәр саҡ компьютер артында ултыра, тип зарланырға оҫтарып киттек. Бына бит ойошторһаң, балалар ихлас ул. Алтынсылар «Ебегән» уйынын башҡарып, донъяла ебек кешеләр юғалып ҡала, тигән әйтемде иҫкә төшөрҙө. Был уйын аша улар ебек булмаҫҡа, һәр саҡ һәр ерҙә өлгөрөрөргә кәрәк, тигән төшөнсәне асты. Етенсе кластар «Йәшерәм яулыҡ» уйыны менән иғтибарлылыҡҡа, донъяға етди ҡарашҡа йүнәлеш бирҙе. Һигеҙенселәр «Ҡыңғыраулы күҙбәйләш» уйыны менән ғәҙеллекте, туғыҙынсылар «Аулаҡ» йолаһында «Йырлаусы таяҡ» уйыны менән һәр береһенең талантын асты. Халыҡ уйындары балаларҙың һәләтен үҫтерә, юғары шәхес итеп тәрбиәләй. Хәҙерге ваҡытта һәр бала, үҙенә бикләнеп, гаджеттар, интернет менән мауығыуға һабышты. Халыҡ уйындары онотолдо. Лицейҙа үткән был сара балаларға бик оҡшаны. «Тағы ла ҡасан булыр икән?» – тип ҡуйыусылар ҙа булды араларында. Тимәк, ата-әсәләрҙең дә, бәлки, ғәйебе барҙыр. Гел генә эштә йүгереп бала тәрбиәләүҙе ситкә ҡуймаймы икән улар? Ошо фольклор байрамында ғына балалар күпме һанашмаҡ, таҡмаҡ, йыр өйрәнде! «Ә хәҙерге ата-әсәләр һанашмаҡ йә таҡмаҡ беләме икән?» – тигән уй килә башҡа.

Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Ҡотломбәтованың әйтеүе буйынса, еңеүсе класс республика бәйгеһенә дәғүә итәсәк.
Читайте нас: