Юшатыр
+8 °С
Дождь
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Мәғариф
1 Декабря 2017, 14:23
ИРТӘЛЕК ОҠШАНЫ
Иҫке Мораптал башланғыс мәктәбендә Әсәләр көнө уңайынан «Әсәйем — минең фәрештәм» исемле матур иртәлек уҙғарылды.
Иҫке Мораптал башланғыс мәктәбендә Әсәләр көнө уңайынан «Әсәйем — минең фәрештәм» исемле матур иртәлек уҙғарылды. Был сара алдынан балалар әсәйҙәргә генә бағышланған «Ҡәҙерле кешем» темаһына инша, шиғыр конкурсында көс һынашты. «Минең әсәйем» исемле һүрәт конкурсында һәр уҡыусы үҙ әсәһенең портретын сағыу һәм үҙенсәлекле итеп сағылдырырға тырышты. Оҙаҡ көтөп алған иртәлек бик күңелле үтте: уҡыусы балаларҙың әсәләргә бағышланған шиғыр юлдары, дәртле йыр-бейеүҙәре һәм театрлаштырылған тамашалары әсәйҙәргә бик оҡшаны. Сара барышында күптән түгел районыбыҙҙа «Әсәлек даны» миҙалын алып ҡайтҡан биш бала әсәһе Нәзирә Ишбирҙинаны ошо ҙур шатлығы менән ҡотлап, уларҙың ғаиләһенә бик матур теләктәр әйтелде. Ә инде кисә аҙағында балалар әсәләренә үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен тапшырҙы.
Рәмилә ҠУЖАҠОВА,
Иҫке Мораптал башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы
Читайте нас: