Все новости
Мәғариф
1 Декабря 2017, 14:27

«ӘСӘКӘЙЕМ — КҮҘ НУРЫМ»

Берҙән-берем, күҙ нурым, тип һәр саҡ арҡаңдан һөйә.

Берҙән-берем, күҙ нурым, тип һәр саҡ арҡаңдан һөйә.

Сирләгәндә төн йоҡламай, зарыңды белә, көйә.

Кем һуң ул һинең өсөн? Ул — һөйөклө әсәйем.

Ошо һүҙҙәр менән башланып китте ҡаланың М. Исҡужин исемендәге 13-сө һанлы башланғыс мәктәбендә 1 А класы уҡыусыларының Әсә көнө уңайынан үҙҙәренең иң ҡәҙерле кешеләренә әҙерләгән «Әсәкәйем — күҙ нурым» тип аталған йәмле байрам программаһы.

Класс етәксеһе Лилиә Мөхәрәм ҡыҙы Әлибаева байрам тарихы менән таныштырып үткәс, балалар күмәкләшеп, әсәләрен тәбрикләп, дәртле бейеүгә төшөп китте. Уҡыусылар ҡурсаҡтар менән Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның «Минең әсәйем кем?» хикәйәһен сәхнәләштерҙе, һөйөклө кешеләренә төрлө йырҙар бағышланы. Әсәйҙәр ҙә конкурста ихлас ҡатнашып, үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Матур байрам балалар менән әсәйҙәрҙең күмәк бейеүе менән тамамланды. Был сара уҡыусыларҙа әсәйҙәргә һөйөү, ихтирам тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерҙе.

Автор фотоһы

Читайте нас: