Все новости
Мәғариф
15 Декабря 2017, 14:32

РЕСПУБЛИКА КИМӘЛЕНДӘ АҠЛАЯСАҠТАР

4 декабрҙән 14 декабргә тиклем Көйөргәҙе районында «Көйөргәҙе районы йыл уҡытыусыһы», «Көйөргәҙе районы рус теле йыл уҡытыусыһы» конкурстары үтте.

4 декабрҙән 14 декабргә тиклем Көйөргәҙе районында «Көйөргәҙе районы йыл уҡытыусыһы», «Көйөргәҙе районы рус теле йыл уҡытыусыһы» конкурстары үтте.

Был сараға 13 кешенән ғариза ҡабул ителде. 4-8 декабрҙә конкурсанттар асыҡ дәрес һәм класс сәғәттәре күрһәтеп көс һынашты. Ә кисә, 14 декабрь, конкурстың финалына һигеҙ мәктәптән туғыҙ финалист үтеп, үҙҙәренең эш тәжрибәләре тураһында оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Жюри ағзаларының протоколдары нигеҙендә «Йыл уҡытыусыһы – 2018» еңеүсеһе итеп Ермолаево ауылы 1-се һанлы мәктәбенең инглиз телде уҡытыусыһы Алиса Вәзих ҡыҙы Филоненко танылды. 1-се урынды Яңы Мораптал урта белем биреү мәктәбенең биология уҡытыусыһы Рәмилә Салауат ҡыҙы Буранова алды, 2-се урын – Илкәнәй төп мәктәбе филиалының Яңы Муса ауылының башланғыс кластар уҡытыусыһы Әҡлимә Айрат ҡыҙы Вилдановаға бирелде, 3-сө урынды – Яҡшымбәт урта мәктәбе филиалының Түбәнге Бабалар башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Резида Рәлиф ҡыҙы Кинйәкәйева яуланы. Шулай уҡ Резида Рәлиф ҡыҙы Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайының «Рәхмәт хаты»на һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды.

«Көйөргәҙе районы рус теле йыл уҡытыусыһы» конкурсында 1-се урынды – Иҫке Отрада урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рима Шәүкәт ҡыҙы Шахмаева яуланы, шулай уҡ Рима Шәүкәт ҡыҙы Көйөргәҙе районы профсоюзының грамотаһына лайыҡ булды. 2-се урын – Аҡһары төп дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алмагөл Ғәббәс ҡыҙы Әхмәтоваға бирелде, 3-сө урынды – Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Оксана Виктор ҡыҙы Исмәғилева алды.

Еңеүселәр, әлбиттә, республика кимәлендә үтәсәк конкурстарҙа Көйөргәҙе районынан ҡатнашасаҡтар.

Аҡһары уҡытыусыһы Илдус Исмәғил улы Ғилманов «Йәш уҡытыусы» номинацияһында еңеп, үҙ көсөн республикала һынаясаҡ

Конкурсанттарға мәғариф бүлегенең Почет грамотаһы тапшырылды, һәм улар шулай уҡ ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.

Автор фотоһы

Читайте нас: