Все новости
Мәғариф
22 Декабря 2017, 12:51

ИСЕМ ӨСӨН ГЕНӘ ҮТКӘРЕЛМӘНЕ

15 декабрҙә Шәбағыш төп дөйөм белем биреү мәктәбендә райондың туған тел уҡытыусылары семинары үтте.

15 декабрҙә Шәбағыш төп дөйөм белем биреү мәктәбендә райондың туған тел уҡытыусылары семинары үтте.

«Мин һәм минең ғаиләм» темаһына Гөлнара Сәлим ҡыҙы Ноғоманова асыҡ дәрес күрһәтте. Хәҙерге көндә актуаль булған «ғаилә» темаһын уҡытыусы төрлө алымдар ярҙамында, ҡыҙыҡлы итеп уҡыусыларға аңлата алды.

Артабан Гөлнара Сәлим ҡыҙы уҡыусылар менән «Шалҡан» әкиәтен сәхнәләштерҙе. Бында инде балалар бер нисә телдә аралашты. Нәҡ ошо әкиәт аша бөгөнгө семинарҙың темаһы асылды «Күп милләтле мәктәптә тәрбиә биреү сығанағы».

Илшат Әнүәр улы Нәжмиев «Туған тел дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү һәм инша яҙырға өйрәтеү» тигән темаға мастер-класс күрһәтте. Һуңғы йылдарҙа уҡыусыларҙа, ысынлап та, һүҙ байлығы һай, һөйләү телмәре түбән. Был оҫталыҡ дәресе лә уҡытыусылар өсөн бик файҙалы булды.

Рафиҡ Ғибадрахман улы Әминев А.С. Пушкин музейында уҡытыусыларға иҫ китмәле, ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ экскурсия үткәрҙе.

Семинар бик файҙалы үтте, ул исем өсөн генә булманы. Шәбағыш мәктәбендә ижади яҡтан һәләтле уҡытыусыларҙың янып, дәртләнеп эшләүҙәре айырыуса ҡыуандыра.

Шәбағышта үткән туған тел уҡытыусылары семинарында Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Юныс улы Ишмөхәмәтовты күреү һәм уның ҡулынан Рәхмәт хаттары алыу уҡытыусылар өсөн үҙе бер ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Читайте нас: