Все новости
Мәғариф
23 Января 2018, 17:39

ИҢ ТЫРЫШТАР ЙЫЙЫЛДЫ

Үткән аҙнала Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбендә уҡыусыларҙың «Фән көнө — 2018» XVII район фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Үткән аҙнала Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбендә уҡыусыларҙың «Фән көнө — 2018» XVII район фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Сараны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, район мәғариф бүлеге начальнигы Лира Тереғолова, Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығы Роман Барановский ҡатнашты. Әхәт Йәүҙәт улы үҙенең сығышында замана афәте булған СПИД сире тураһында ентекле һөйләне. Шулай уҡ ул уҡыусыларҙың кеҫә телефондары менән үтә мауығыуы хаҡында ла борсолоуын белдереп: «Ата-әсәләр менән йыйылыш үткәреп, улар менән бергә кеҫә телефондарын дәрескә керер алдынан ҡалдырырға, дәрестән һуң алырға кәрәклеген хәл итеү тәҡдимен индерҙе. Аҙаҡтан ул уҡыуҙа, спортта юғары уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларға: Ермолаевоның 2-се мәктәбе уҡыусыһы Юлия Левашоваға Республика Башлығының стипендиаты Дипломын һәм тағы ла 9 уҡыусыға район Хакимиәте башлығы стипендиаттары сертификаттарын тапшырҙы.

Фәнни-практик конференцияның 11 секцияһында барлығы 81 уҡыусы ҡатнашты. Улар бында төрлө фәндәр буйынса үҙҙәренең тикшеренеү эштәрен яҡланы.

Сарала ҡатнашыусы һәр бер уҡыусыға сертификаттар, ә еңеүселәргә дипломдар тапшырылды.
Читайте нас: