Все новости
Мәғариф
30 Января 2018, 16:47

ЕГЕТТӘР ҺАҠЛАМАҺА, КЕМ ҺАҠЛАР

Донъя тыныс түгел. Һәр бер ил бөгөн үҙенең ҡалҡаны булған армияһын нығытырға, заманса ҡоралландырырға тырыша. Ысынлап та, Тыуған илебеҙҙе егеттәр һаҡламаһа, кем һаҡлар? Дуҫтар, ил һаҡсыһы тигән һөнәр ҙә бар. Беҙҙең йоҡоларыбыҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ булһын өсөн, ил һағында тора улар.

Донъя тыныс түгел. Һәр бер ил бөгөн үҙенең ҡалҡаны булған армияһын нығытырға, заманса ҡоралландырырға тырыша. Ысынлап та, Тыуған илебеҙҙе егеттәр һаҡламаһа, кем һаҡлар? Дуҫтар, ил һаҡсыһы тигән һөнәр ҙә бар. Беҙҙең йоҡоларыбыҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ булһын өсөн, ил һағында тора улар.

Илкәнәй мәктәбенә шул ҡатмарлы ла, яуаплы ла һөнәр хаҡында һөйләү өсөн 2016-2017 уҡыу йылының сығарылыш уҡыусыһы Радмир Араптанов осрашыуға килде. Бөгөн ул – Мәскәү юғары команда училищеһының беренсе курс курсанты. Радмир уҡытыусыларҙың күңелендә белемле, тырыш, аҡыллы, һәр эшкә лә яуаплы ҡарауы, шул уҡ ваҡытта шаян, күңелсәк егет булып инеп ҡалды. Кемдер уны талантлы артист, кемдер шәфҡәтле табип итеп күҙ алдына килтерҙе. Ләкин уның йөрәгендә Тыуған илде һаҡлау теләге 8-се кластан урын алған. 11-се синыфты уңышлы тамамлап, бер урынға һигеҙ кеше булған конкурсты үтеп, бала саҡ хыялын тормошҡа ашыра.

- Илкәнәй мәктәбе уҡытыусыларына ҙур рәхмәтемде белдерәм. Беренсе кластан алып, мәктәпте тамамлағансы улар миңә төплө белем бирҙе. Шуға күрә уҡыуы ҡыйынға тура килмәне, – тип уҡытыусыларға өндәште ул.

Радмир Мәскәү юғары команда училищеһындағы уҡыу шарттары менән таныштырҙы. Унда белем алыу ҡыҙыҡ та, ҡатмарлы ла икән. Төрлө фәндәрҙе үҙләштереү менән бергә физик әҙерлеккә лә ҙур, хатта мөһим иғтибар бирелә. Төрлө спорт күнекмәләре, музыка менән дә шөғөлләнергә була. Мәҙәни программалар ҙа ҡаралған. Төрлө концерттарҙа, музейҙарҙа булдыҡ, ти, Радмир. Көн режимы армиялағы һымаҡ. Ярты йыл ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, Радмирҙың уңыштары ла бар. 7 ноябрҙә уҙған парадтан һуң миҙал менән бүләкләнә, фоторәсеме иң яҡшы спортсылар менән бергә маҡтау таҡтаһында тора. Имтихандарын уңышлы тапшырып ваҡытында ялға ҡайтты ул.

Гөлдәр ШӘМСЕТДИНОВА,
Илкәнәй мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары
Автор фотоһы

Читайте нас: