Все новости
Мәғариф
30 Января 2018, 14:35

ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШТЫҠ

Республика политехник лицей-интернатында «Интернат шарттарында тәрбиәсе эшмәкәрлеген ойоштороу үҙенсәлектәре» тигән темаға видеоконференция бәйләнеше булып үтте.

Республика политехник лицей-интернатында «Интернат шарттарында тәрбиәсе эшмәкәрлеген ойоштороу үҙенсәлектәре» тигән темаға видеоконференция бәйләнеше булып үтте.

Уҡыу йорто был сараны «Гимназический союз России» (Санкт-Петербург ҡалаһы) программаһы буйынса ойошторҙо. Бәйләнештә Белорет лицей-интернаты, Хакасияның Аскиз лицей-интернаты, Волгоградтан «Лидер» лицей-интернаты, Дыуан районы Мәсәғүт республика лицей-интернаты, Күмертауҙан 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты ҡатнашты.

Политехник лицей–интернатының уҡыу-тәрбиә буйынса директор урынбаҫары С.С. Исакова, тәрбиәселәр Ф.Ш. Азналина, М.Р. Әбдрәхимова, Л.Ә. Ғәлиева, өлкән тәрбиәсе булараҡ үҙем дә, БРГИ тәрбиәсеһе Л.Р. Хисмәтуллина үҙ эштәребеҙҙең тәжрибәһе менән бүлештек. Сеанста ҡатнашыусылар беҙҙең тәрбиәселәрҙең сығышын ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, бик күп һорауҙар бирҙе, интернат тормошо, уҡыу–тәрбиә шарттары, тәрбиәләнеүселәрҙең артабанғы яҙмышы тураһында фекер алышты. «Гимназический союз России» етәксеһе А.К. Федоров тәрбиәселәребеҙҙең сығыштарына юғары баһа бирҙе һәм ошо уҡыу йылында конкрет проблемалар, уларҙы бөтөрөү тураһында тағы ла бер сеанс булдырыуыбыҙҙы һораны.

Ләлә ИКБАЕВА,
РПЛИ тәрбиәсеһе

Читайте нас: