Все новости
Мәғариф
30 Января 2018, 14:37

ЙЫШЫРАҠ ОСРАШАЙЫҠ

Күптән түгел ҡалабыҙҙағы Республика политехник лицей-интернаты уҡытыусылары, тәрбиәселәре, етәкселеге ҡала гәзиттәре вәкилдәрен саҡырып, уҡыусылар менән матур осрашыу үткәрҙе.

Күптән түгел ҡалабыҙҙағы Республика политехник лицей-интернаты уҡытыусылары, тәрбиәселәре, етәкселеге ҡала гәзиттәре вәкилдәрен саҡырып, уҡыусылар менән матур осрашыу үткәрҙе.

Уҡыусы балалар ҙа, уҡытыусылар үҙҙәре лә биргән һорауҙарға “Юшатыр” гәзите мөхәррире Малик Ильясов, “Кумертауское время” гәзите хәбәрсеһе Рәфис Яманһаров тулы яуап ҡайтарырға тырышты. Журналист булырға теләүселәр балалар араһында бик юҡ, аҡса ҡытлығы тотамы, башҡа сәбәп бармы. Шулай ҙа аралашыу һәйбәт булды. Ғөмүмән, лицейсылар - әүҙем халыҡ, белешмәгән нәмәләре юҡ, ошо йәһәттән беҙҙең дә күңел булды. Журналист булыу еңел түгел, бәлки, араларынан кемдер берәй ҡасан “Юшатыр”ға эшкә килер, иншалла.

- Ошондай ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк. Уҡыусылар менән генә түгел, хатта уҡытыусылар менән үткәрһәк тә, бик отошло булыр ине, тип уйлайым. Ә бөгөнгө осрашыуҙы ойошторған китапханасыбыҙ Ирина Рафиҡова менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыбыҙ Азат Хәлиловҡа рәхмәт, - тине уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса лицей директоры урынбаҫары Светлана Исакова.

Автор фотоһы

Читайте нас: