Все новости
Мәғариф
20 Февраля 2018, 13:03

ҒАИЛӘНӘН БАШЛАНА

Зәк-Ишмәт мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Нәзир ҡыҙы Гурьянова Ғаилә йылына арналған асыҡ дәрес үткәрҙе.

Зәк-Ишмәт мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Нәзир ҡыҙы Гурьянова Ғаилә йылына арналған асыҡ дәрес үткәрҙе.

Дәрескә ҡунаҡҡа төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренең милли кейемдәрен кейеп килгәйне. Ауылыбыҙ ағинәйҙәре ойошмаһын етәкләгән Люциә Ишмөхәмәтова матур итеп башҡортса һөйләне. Петр Капустин гармунда уйнап, рус телендә таҡмаҡ әйтһә, Альбина Петрова сыуаш телендә йыр башҡарҙы. Ә мин татар телендә Ғ. Туҡайҙың «Туған тел» йырын башлап та ебәрҙем, бөтә балалар миңә ҡушылып йырлай башланы. Был йыр бөтә туған телдәргә лә бағышлана, туған телдең гимны булып тора, тип әйтһәм дә яңылыш булмаҫ. Айгөл Нәзир ҡыҙы балаларҙы башҡорт теленә генә өйрәтеп ҡалмай, башҡа туған телдәргә лә хөрмәт тәрбиәләй. Туған телгә һөйөү, туған телде белеү тик ғаиләнән генә килә. Ғаилә йылына арналған дәрестә тап бына ошо турала һүҙ барҙы ла инде. Төрлө милләттән булған уҡыусылар үҙ туған телен генә белеп ҡалмай, рәхәтләнеп башҡорт телендә лә аралаша. Үҙ эшенең оҫтаһы булған Айгөл Гурьянова балаларға төплө белем биреүгә өлгәшкән. Уҡыусыларҙың шундай теремек булыуы, бер кемдән оялып тормай һәр һорауға ҡул күтәреп яуап биреүе беҙгә бик тә оҡшаны. Был саранан күңелебеҙ булып ҡайтты. Балаларға шундай матур тәрбиә, ныҡлы белем биргәне өсөн Айгөл Нәзир ҡыҙына ҙур рәхмәтлебеҙ. Мәктәп директоры Әлфиә Рәхимова һәм уҡытыусы Зөлфиә Фәтҡуллина ла Айгөл Гурьяноваға рәхмәттәрен белдерҙе.

Рәмилә ӘКБӘРОВА
Зәк-Ишмәт ауылы


Читайте нас: