Все новости
Мәғариф
20 Февраля 2018, 12:13

ДҮРТЕНСЕГӘ ҮТӘ

Күмертауҙың Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәбендә милли мәғариф буйынса ата-әсәләр конференцияһы үткәреү күркәм йолаға әүерелде.

Күмертауҙың Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәбендә милли мәғариф буйынса ата-әсәләр конференцияһы үткәреү күркәм йолаға әүерелде. Быйыл да, 2018 йылдың 26 февралендә, Ғаилә йылына арнап «Халыҡ йолалары һәм традициялары нигеҙендә шәхес тәрбиәләү» тигән темаға IV ҡала ата-әсәләре конференцияһы ойоштороласаҡ. Уның инициаторҙары – мәктәп коллективы, Күмертау ҡала мәғариф бүлеге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты.

Конференция эшендә арҙаҡлы яҙыусы, педагог Мәрйәм Бураҡаева, Сәрүәр Аслаева, мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ.

Сараға килеүселәр 6 секцияға бүленеп эшләйәсәк. Пленар ултырышта конференция эшенә йомғаҡ яһаласаҡ. Шулай уҡ был көндө ата-әсәләр балаларына музыка ҡоралдары, башҡорт телендәге китаптар һатып ала аласаҡ.
Читайте нас: