Все новости
Мәғариф
20 Февраля 2018, 12:21

ӘЛИФБА ҺАБАНТУЙЫ

Беҙҙең М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәптә 1-се класс уҡыусыларының иң тәүге китаптары - Әлифба менән хушлашыу байрамы үтте.

Беҙҙең М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәптә 1-се класс уҡыусыларының иң тәүге китаптары - Әлифба менән хушлашыу байрамы үтте.

Был көндө үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙы күреп, үҙебеҙ танымай торҙоҡ хатта. Бер нисә ай эсендә генә улар бик күп нәмәгә өйрәнгән. Ҡасандыр бер ауыҙ башҡортса һүҙ белмәгән уҡыусылар ҙа, хәҙер инде шытырлатып башҡортса шиғырын да һөйләй, рәхәтләнеп йырлай ҙа. Ә уларҙың В. Сутеевтың «Бер тоҡ алма» әкиәтен сәхнәләштереүе үҙе бер мөғжизә булды. Шул тиклем килештереп уйнанылар, ысын әртистәрең ары торһон.

Мәктәп директоры Әнисә Сәғит ҡыҙы Түләгәнова, китапханасыбыҙ Клара Сәлим ҡыҙы Ҡотлогилдина һәм 4-се класс уҡыусылары ла балаларҙы Әлифба һабантуйы менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе. Уларҙың барыһына ла, класс етәксебеҙ, балаларыбыҙҙҙың һөйөүен яулап алған, уларҙың икенсе әсәйе булған Лилиә Мөхәрәм ҡыҙы Әлибаеваға, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған класыбыҙҙың өләсәйе Алһыу Ғәҡил ҡыҙы Кәлимуллинаға, һәр саҡ әүҙем булған ата-әсәләргә оло рәхмәт әйтке килә. Уҡытыусыларыбыҙға һаулыҡ, сабырлыҡ, ә балаларыбыҙҙың тырышып уҡыуын, сәләмәт булыуын һәм киләсәктә ҙур кешеләр булып үҫеүен теләп ҡалабыҙ.

Эльвира МӘХМҮТОВА,
1 «А» класы ата-әсәләр комитеты рәйесе

Читайте нас: